

Илдә һәм донъяла урман янғындары ҡоторған мәлдә, беҙҙә был йәһәттән хәлдәр сағыштырмаса тотороҡло.
Ошо турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост яҙҙы.
“Бөгөн беҙ урмандарыбыҙҙы янғындарҙан ҡотҡарған һәм һаҡлаған кешеләргә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Һүҙ Урман хужалығы министрлығы, янғын, урман хеҙмәттәре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр хаҡында бара. Ҡоро йәй шарттарында уларҙың хеҙмәте айырыуса ныҡ һиҙелә.
Хәлде саҡ ҡына еңеләйтеү өсөн, быйыл июлдә Учалы, Белорет һәм Бөрйән райондарының барып етеү ҡатмарлы булған урындарындағы телерадиотапшырыу вышкаларына “Урманды һаҡлаусы” системаһының видеокамераларын ҡуйып сыҡтыҡ. Әбйәлил, Ейәнсура һәм башҡа райондарҙағы урмандарҙы башҡа ысулдар менән күҙәтәбеҙ. Мәғлүмәттәр беҙҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына, Урман хужалығы министрлығына, Республикаға идара итеү үҙәгенә һәм муниципалитеттарға килеп тора. Был янғынды иртә асыҡларға ярҙам итә һәм шуның менән улар тиҙерәк һүндерелә, сығымдар ҙа кәмей.
Быйылғы йәй, ысынлап та, эҫе һәм янғын хәүефе янаған миҙгел бөтөүгә ваҡыт күп әле. Урман хужалығы министрлығы һәм дәүләт комитетының янғын һүндереүселәре төркөмө күп райондарҙа тәүлек әйләнәһенә эшләй. Иң мөһиме – урман янғындарының ауыл-ҡалаларға һәм иҡтисад объекттарына күсеүенә юл ҡуйылманы.
4 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда 247 урман янғыны асыҡланған, уларҙың дөйөм майҙаны 2,8 мең гектар. Былтыр ошо ваҡытта улар 118 һәм дөйөм майҙаны 3,9 мең гектар ине. Янғын осраҡтары ике тапҡырға күберәк булһа ла, һәр усаҡтың майҙаны – өс тапҡырға бәләкәйерәк. Тимәк, беҙ һөҙөмтәлерәк эшләйбеҙ.
Оператив эш итеү арҡаһында 192 янғынды (дөйөм күләмдең 80 проценты) беренсе тәүлек эсендә һүндереүгә өлгәшкәндәр. Үҙем яғынан шуны белдерәм: республика янғын һағының матди-техник базаһын нығытыуҙы дауам итәсәк. Беҙ яңы депо төҙөйбөҙ, Учалы районында урман янғыны станцияһы булдырҙыҡ, махсус техника һатып алабыҙ, урмандарҙы масштаблы патрулләүҙе финанслайбыҙ.
2022 йылдан алып урман янғындары менән көрәштә яңы Ка-32А11ВС ҡотҡарыу вертолетын файҙалана башлаясаҡбыҙ. Уны әленән Күмертау авиазаводы эшләй.
Барығыҙға ла именлек, урмандарҙы һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ”, – тип яҙҙы республика етәксеһе.
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.