

Дәүләкәндә 18 йәшлек егеткә ҡарата суд ҡарары сығарғандар. Ул өс кешенең ғүмерен ҡыйырға маташыуҙа ғәйепләнә, шул иҫәптән ике баланың да.
Төбәк прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, йәш егет һөйгән ҡыҙынан шул рәүешле үс алмаҡсы булған, сөнки ҡыҙ уның менән бәйләнеште өҙгән икән.
Хәл былайыраҡ булған: былтыр август айында ҡыҙы менән талашҡас, төндә егет һөйгән ҡыҙы йәшәгән ихатаға үтеп инә һәм йорттоң төкәтмәһенә ут төртә. Был ваҡытта өйҙә ҡыҙҙың әсәһе 12 һәм 7 йәшлек ейәндәре менән йоҡлап ятҡан була. Егет уларҙың өйҙә икәнен белә тороп, ошондай яуыз аҙымға бара. Бәхеткә күрә, ҡатын уянып, ялҡынды һүндерә. Уның уяулығы арҡаһында ғына оло бәләнән ҡотолоп ҡалалар.
Егет үҙенең ғәйебен тулыһынса таный. Суд ҡарары менән егетте бер нисә кеше ғүмерен ҡыйырға уйлауҙа һәм мөлкәткә зыян килтереүҙә ғәйепләйҙәр. Һөҙөмтәлә биш йылға иркенән мәхрүм ителә.
Фото pixabay.com