Новости
5 Август 2021, 11:30

Ҡатын-ҡыҙҙарға мөмкинлектәр арта

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте сикләнгән производство, эш һәм вазифаларҙың исемлеген ҡыҫҡартты.

Ҡатын-ҡыҙҙарға мөмкинлектәр артаҠатын-ҡыҙҙарға мөмкинлектәр арта
Ҡатын-ҡыҙҙарға мөмкинлектәр арта

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте сикләнгән производство, эш һәм вазифаларҙың исемлеген ҡыҫҡартты.

Был приказ 2022  йылдың 1 мартынан ғәмәлгә инә. Үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар авиация механигы, самолет һәм  вертолеттарҙы техник хеҙмәтләндереү буйынса инженер һәм тармаҡтағы башҡа һөнәрҙәр буйынса эшләй ала.

Шулай уҡ гүзәл заттар өсөн ҡаҙанлыҡта, металлургия тармағында, технологик ҡорамалдарҙы монтажлау һәм хеҙмәтләндереүҙә, нефть промыслалары ҡорамалдарын ремонтлауҙа билдәләнгән сикләүҙәр ҙә бөтөрөлә.

“Беҙ хеҙмәтсәндәрҙең һәм эш биреүселәрҙең дә тәҡдимдәрен иҫәпкә алдыҡ. Документ социаль партнерлыҡ ағзалары менән бергә эшләнде, профилле белгестәрҙең фекере иҫәпкә алынды. Был исемлектең көнүҙәклеге өҫтөндә даими эшләйбеҙ һәм уны артабан үҙгәртеү буйынса ла һөйләшеүҙәргә әҙербеҙ.

6 - 9 сентябрҙә Сочи ҡалаһында Бөтә Рәсәй хеҙмәтте һаҡлау аҙнаһы уҙа, унда ла “ҡатын-ҡыҙға яраҡһыҙ һөнәрҙәр” темаһы буйынса махсус сессия уҙғарыласаҡ”, - тип белдергән министр урынбаҫары  Алексей Вовченко.

Унан тыш ҡатын-ҡыҙҙарҙы үрҙә телгә алынған һөнәрҙәр буйынса эшкә алыу шарттары ла йомшартылған.

Әйткәндәй, республикабыҙҙа үрҙә телгә алынған йүнәлештәр буйынса эшләгән сәнәғәт предприятиелары бар. Республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ла тормошҡа уңышлы ашырыла,  Башҡортостан 2021 йылдың икенсе кварталы йомғаҡтары буйынса “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Рәсәй төбәктәре рейтингында етенсе урындан беренсегә күтәрелгән.

Милли проектта Башҡортостандан йәмғеһе 113 предприятие ҡатнаша. 

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: img.gazeta.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас