Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2021, 22:30

Эшҡыуарлыҡҡа үҫеш мөмкинлеге киңәйә

Башҡортостанда "Росреестр" хеҙмәттәрен файҙаланыу өсөн документтарҙы электрон юл менән тапшырыусылар һаны артыуы күҙәтелә.

Эшҡыуарлыҡҡа үҫеш мөмкинлеге киңәйә
Эшҡыуарлыҡҡа үҫеш мөмкинлеге киңәйә

Башҡортостанда күсемһеҙ милекте теркәүҙе туҡтатыу осраҡтары 2017 йылда 5 процент булһа, быйыл 1 процентҡа ҡәҙәр кәмегән.

Был турала республиканың эре бизнес ойошмалары өсөн дәүләт теркәүе һәм кадастр иҫәбе өлкәһендә эш мөхитен яҡшыртыу маҡсатында уҙғарылған вебинарҙа "Росреестр"ҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова һөйләне.

Сарала Башҡортостан буйынса "Росреестр" идаралығы етәксеһе Марат Мирзаянов, хеҙмәттең бүлек начальниктары, ҡырҡлап шәхси эшҡыуар һәм юридик берәмектәр вәкилдәре лә ҡатнашты.

– Башҡортостанда "Росреестр" хеҙмәттәрен ҡулланыу өсөн документтарҙы электрон юл менән тапшырыусылар һаны үҫеүе күҙәтелә. Ҡабул итеү сифатын яҡшыртыу маҡсатында ведомство хеҙмәткәрҙәре өсөн даими уҡытыуҙар ойошторола. Һөҙөмтә булараҡ, хоҡуҡтарҙы теркәү, кадастр иҫәбе буйынса туҡтатыуҙар кәмегән, ә бизнес вәкилдәренең күсемһеҙ милекте теркәү буйынса электрон ғаризалары артҡан,  тип хәбәр итте Марина Мартынова.

Эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеү маҡсатында юридик берәмектәрҙән һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан килгән ғаризалар буйынса эшләү  5 көнгә, ә электрон юл менән тапшырылған документтар буйынса хеҙмәтләндереү 2-3 көнгә тиклем ҡыҫҡарған.

“Рәсәй терәге”нең Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева билдәләүенсә, дәүләт органдары етәкселәре менән бизнес вәкилдәренең асыҡ диалогы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшырта, административ процедураларҙы ябайлаштыра. Дөйөм алғанда, бындай саралар республикала эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.

 

 

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: