Новости
9 Август 2021, 04:00

Был аҙнала беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса... 

Был аҙнала беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?Был аҙнала беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?
Был аҙнала беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?

Йәйҙең һуңғы айы дауам итә. Был аҙна ла беҙҙе йылы һәм ямғырһыҙ көндәре менән ҡыуандырасаҡ.

 

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 9 августа аяҙ, ямғырһыҙ көн көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан иҫә. Уның тиҙлеге төндә секундына 0-5 метр, көндөҙ 8-13 метрға тиклем етәсәк. Һауа температураһы төндә 11-16 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 4-9 градус йылы, көндөҙ 24-29 градус эҫе.

 

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың көньяғында юғары янғын хәүефе һаҡлана.

 

Иртәгә, 10 августа шулай уҡ ямғырҙар көтөлмәй. Ел төньяҡ, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә 11-16, көндөҙ 25-30 градус эҫелек көтөлә.

 

11 августа һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөм булмай, ти синоптиктар. Ел төньяҡ, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә 11-16 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 4-9 градус. Көндөҙ шулай уҡ 25-30 градус.

 

Күренеүенсә, йәмле йәй дауам итә. Уның һәр көнөнә ҡыуанып йәшәйек.

 

Фото: белка.shop

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас