Новости
9 Август 2021, 10:50

Проблема борсоһа - мөрәжәғәт итегеҙ

Башҡортостанда Кире бәйләнеш платформаһы нисек эшләй? Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо темаға арналған ике сығыш булды.

Проблема борсоһа - мөрәжәғәт итегеҙПроблема борсоһа - мөрәжәғәт итегеҙ
Проблема борсоһа - мөрәжәғәт итегеҙ

Башҡортостанда Кире бәйләнеш платформаһы нисек эшләй? Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо темаға арналған ике сығыш булды. Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская аныҡ мәғлүмәттәр бирҙе.

 

Башҡортостанға идара итеү үҙәге ошо платформа аша мөрәжәғәт итеү статистикаһын тәҡдим итә. Министр белдереүенсә, Башҡортостан 2019 йылда уҡ тәүге төбәктәрҙән булып власть органдары эшмәкәрлегенә Кире бәйләнеш платформаһын индерә. Ошондай система үҙен һөҙөмтәле итеп күрһәтеп өлгөргән, уның ярҙамында кешеләрҙең проблемаһын тиҙ арала хәл итеп була.

 

Бында килгән мөрәжәғәттәрҙе Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре эшкәртә һәм тормошҡа ашырыу өсөн тейешле органдарға йүнәлтә. Дөйөм алғанда был платформаға хәбәрҙәрҙе 49 категория буйынса ҡалдырып була, фекер алыу һәм тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашырға ла мөмкин.

 

Министр белдереүенсә, платформаның кешеләр уңайлығы өсөн мобиль ҡушымтаһы ла бар.

 

Елена Прочаковская белдереүенсә, кешеләрҙең күпселеге системаға вакцинация һәм коронавирустан дауаланыу буйынса аңлатма һорап мөрәжәғәт иткән. Был темаға 1 ғинуарҙан алып 63 мең хәбәр килгән.

 

Икенсе урында – түләмдәр һәм пособиелар, социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе.

 

Дөйөм алғанда Кире бәйләнеш платформаһына быйыл 76 мең мөрәжғәт килгән. Уларҙың иң ҙур өлөшө Өфөгә тура килә, унан һуң Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҙур ҡалалар килә.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Кире бәйләнеш платформаһы Республикаға идара итеү үҙәгенең бер мәғлүмәт системаһы булып тора, ул граждандарҙың көнүҙәк мәсьәләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Кире бәйләнеш платформаһы ҡала һәм райондар, министрлыҡ һәм ведомстволар сайттарында бар. Унда мөрәжәғәт ҡалдырыу өсөн Берҙәм Дәүләт хеҙмәттәр порталында теркәлергә кәрәк.

 

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас