

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан биләмәһендә “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге тураһында ҙур һөйләшеү булды. Докладтар менән республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев һәм предприятие вәкиле сығыш яһаны.
Министр белдереүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте менән “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте араһында 2020-2024 йылдарға хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Уға ярашлы республикала бер нисә уртаҡ проекттар тормошҡа ашырыла. Уларҙың иң ҙуры – “Өфө тимер юлы ҡуласаһы”. Әлегә ваҡытта “Транссибирь магистрале”нең төп юлы миллион кеше йәшәгән Өфө ҡалаһы аша үтә. Ҡала ситенән тәүлек әйләнәһенә ауыр йөк поездары йөрөй, уларҙың 84 проценты – транзит поездар.
Әле “Рәсәй тимер юлдары” менән Башҡортостан Хөкүмәте был проекттың техник-иҡтисади нигеҙлеген әҙерләгән. Уға ярашлы “Дим – Иглин – 18,9-сы километр” – юлдар, “Өфө” халыҡ-ара аэропортына тимер юлы тармағы төҙөү, Өфө тирәләй ҡала сите поездарының ҡулса хәрәкәтен ойоштороу, яңы составтар алыу, яңы транспорт-күсеп ултырыу төйөндәрен булдырыу инә.
– Бынан тыш беҙҙең проект “Мобиль ҡала” башланғысы паспортына эләкте. Уға ярашлы түбәндәге һөҙөмтәләр көтөлә: агломерацияның ҡала ситендә пассажирҙар ағымы 2035 йылға 1,5 миллиондан 6,5 миллион пассажирға тиклем үҫергә тейеш, йөк поездары хәрәкәтен Өфөнән ситкә сығарыу арҡаһында, тимер юлдарында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү. Проектты тормошҡа ашырыуҙың социаль-иҡтисади һөҙөмтәһе – 288 миллиард һум булыр тип көтөлә, – тине Александр Булушев.
Министр республикала артабан пассажирҙар ташыуҙы ойоштороуҙың нисек булыры тураһында һөйләне. Әлеге ваҡытта республика биләмәһен өс ҡала сите пассажир компаниялары хеҙмәтләндерә: “Башҡортостан ҡала сите пассажир компанияһы” йәмғиәте, “Содружество” йәмғиәте һәм “Свердловск ҡала сите компанияһы” йәмғиәте. Тәүге компания 65 поезд менән пассажирҙар ташый, 2021 йылдың ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса, 1,4 миллион кеше ташығандар.
2 апрелдән республикала “Өфө – Күмертау” маршруты буйынса (“Көньяҡ экспресс”) “Орлан” поезы йөрөй башланы. 4 авгусҡа ҡарата улар 20,9 мең кешене ташыған, уртаса алғанда көн һайын 240 кеше самаһы файҙалана.
2022 йыл башынан “Шакша – Раевка – Шакша” – “Көнбайыш экспресс” поезын ебәрергә планлаштыралар.
“Көнсығыш экспресс” проекты Өфө – Белорет маршруты буйынса йөрөйәсәк, ул 2022-2023 йылдарҙа ебәреләсәк.
Башҡортостанда туристик маршруттар ҙа әүҙем үҫешә. Бында Башҡортостан Хөкүмәте ҙур ярҙам күрһәтә. Уларҙың иң популярҙары “Урал легендаһы” һәм “Айғыр”. Халыҡ был маршруттарҙы ярата һәм туристик миҙгел осоронда әүҙем файҙалана.
Фото: Твиттер.