Новости
9 Август 2021, 09:30

Владимир Путин беҙгә ярҙам итәсәк

Радий Хәбиров дәүләт башлығы менән нимә хаҡында һөйләшеүе тураһында бәйән итте. 

Владимир Путин беҙгә ярҙам итәсәкВладимир Путин беҙгә ярҙам итәсәк
Владимир Путин беҙгә ярҙам итәсәк

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған аҙнала Владимир Путиндың республикаға килеүе сәбәптәре һәм уның менән һөйләшкән темаларҙың ҡайһы берҙәренә туҡтаны. Шуларҙың иң мөһиме – Президент Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын үткәреүҙә әҙерлеккә ярҙам итәсәк.

 

“Беҙ, әлбиттә, Өфөнөң 450 йыллығы тураһында ла һөйләштек. Мин Президентҡа сараны үткәреүҙә ярҙамына рәхмәт әйттем, тап Владимир Путин баш ҡалабыҙ юбилейына федераль әһәмиәт бирҙе. Беҙ был ваҡиға айҡанлы төҙөргә теләгән объекттар тураһында һөйләштек. Хәҙер миңә Рәсәйҙең Финанстар һәм Төҙөлөш министрлыҡтары менән һөйләшергә кәрәк. Бик ыңғай осрашыу булды, – тине Радий Хәбиров.

 

Бынан тыш Радий Хәбиров Владимир Путин менән Евразия ғилми-белем биреү үҙәге тураһында ла ентекләп һөйләшеүе тураһында әйтте. Шулай уҡ эш осрашыуында Башҡортостандың “Приоритет 2030” программаһында ҡатнашыуы, республикала карбон полигондары төҙөү тураһында һәм башҡа бик күп мөһим мәсьәләләр күтәрелгән.

 

– Дөйөм алғанда, республика әүҙем үҫешә тинем. Беҙ сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса илдә беренсе урында, шуға күрә дәүләт башлығына башҡарған бурыстарыбыҙ тураһында һөйләүе оят булманы, – тине республика етәксеһе.

 

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас