Новости
11 Августа 2021, 16:30

Беренсе сит ил вәкилдәрен ҡаршыланылар

Башҡорт ҡымыҙы менән сәк-сәк Филиппин спортсыларын һайран ҡалдырҙы. 

Беренсе сит ил вәкилдәрен ҡаршыланыларБеренсе сит ил вәкилдәрен ҡаршыланылар
Беренсе сит ил вәкилдәрен ҡаршыланылар

Бына-бына баш ҡалабыҙҙа ҙур спорт байрамы башланырға тора. Өфөлә ике көндән старт аласаҡ юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселеген көтмәгән кеше һирәктер. Бөгөн "Өфө" халыҡ-ара аэропортында Филиппиндың грэпплинг буйынса йыйылма командаһын ҡаршыланылар. Был - донъя чемпионатында ҡатнашасаҡ беренсе команда.


Йәш спортсылар Башҡортостан хаҡында бер нимә лә белмәүе хаҡында әйтте. Уларҙы ғәҙәттәгесә ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән ҡаршыланылар.

 

– Беҙ Рәсәйҙә тәүге тапҡыр, йылы ҡаршы алыуығыҙ өсөн оло рәхмәт, – тип белдерҙе Филиппин иленең берләштерелгән көрәш һәм реслинг федерацияһы президенты, йыйылма команданың тренеры Элвин Агилар. - Өфөгә килеүебеҙгә бик шатбыҙ. Әлбиттә, тәүҙә пандемия арҡаһында илдән сығырға ҡурҡҡайныҡ, әммә барыбыҙ ҙа прививка яһатҡандан һуң килергә булдыҡ. Өфөлә миҙал яулап ҡайтырға ниәт итәбеҙ. Филиппин спортсылары Олимпия уйындарында беҙгә шәп үрнәк күрһәтте".

 

Элвин Агилар әйтеүенсә, Филлипин көрәшселәрен яңы ер-һыу күреү, сәйәхәт итеү бик ҡыуандырған. "Улар тәүге тапҡыр атай-әсәйһеҙ, үҙаллы ярышҡа килде, был үҙенә күрә ҙур тәжрибә", – ти тренер.


Быға тиклем сит ил спортсылары халҡыбыҙҙың милли көрәше тураһында ла хәбәрҙар булмаған. Шуға улар үҙҙәрен һынап ҡарамаҡсы. Шуныһы үҙенсәлекле: Филиппин командаһы составында дүрт йәшлек балаһы менән Мэйбеллин Масуда ла бар. Ул - 2009 йылда бразил джиу-джитсуһы буйынса донъя чемпионы, 2014 йылда Азия пляж уйындарында алтын миҙал яулаған.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 августа Башҡортостандың баш ҡалаһында юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты башлана.


Фото: Евгений Соколов. 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас