

Баймаҡ районының “Таналыҡ сәсмәһе” участкаһында эшмәкәрлек алып барыусы Мәскәүҙең “Таналыҡ” алтын табыу компанияһы август аҙағында эшкәртелгән ерҙәрҙе рекультивациялау эштәрен башларға вәғәҙә итте. “Таналыҡ” йәмғиәте генераль директоры Олег Заплатин халыҡ менән осрашыуҙа ошо турала белдерҙе.
Был осрашыуҙы ойоштороу тураһында килешеү июль айында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендә уҙғарылған Тәбиғәт байлыҡтарын ҡулланыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында ҡабул ителгәйне. Олег Заплатин “Башинформ” агентлығына, рекультивация уҙғарыу өсөн подрядсы ойошманың билдәләнеүе, уның менән килешеү төҙөлөүе һәм өҫтәмә бульдозер һатып алыныуы тураһында һөйләне.
“Үҫентеләр һатып алыу маҡсатында, Баймаҡ урман хужалығы менән килешеү төҙөнөк, октябрь-ноябрь айҙарында улар 5 гектар ерҙә ултыртыласаҡ. Бының өсөн 600 мең һум аҡса сарыф итәсәкбеҙ”, - тип бәйән итә Олег Заплатин.
"Урал аръяғы йәмәғәт башланғысы берекмәһе" рәйесе Иҙел Солтанов хәбәр итеүенсә, ағастарҙы ултыртыу урындары йәмәғәтселек менән килешеп эшләнәсәк.
“Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте ҡалала ниндәй социаль объект кәрәк икәнлеген билдәләү мәсьәләһен йәмғәтселек хөкүменә сығарасаҡ. Объект билдәле булғас, уны төҙөүҙе “Таналыҡ” йәмғиәте үҙ өҫтөнә аласаҡ. Быға тиклем компания ҡаланың социаль тормошонда бөтөнләй ҡатнашманы, бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтмәне. Кисә предприятие етәкселеге берәй мөһим социаль проектты финансларға риза булды. Киләһе осрашыу 2 сентябргә билдәләнде. Уға тиклем предприятие ерҙәрҙе рекультивациялау эштәрен башлар, Таналыҡ йылғаһыһы буйын тәртипкә килтерер тип ышанабыҙ”, - тине Иҙел Солтанов.
Үҙ сиратында “Таналыҡ” ЯСЙ-һы генераль директоры, йәмәғәтселек менән килешә алыуҙары, компания үҙ иңенә алған бурыстарҙы үтәйәсәген белдерә.
“Ҡала хакимиәте, йәмәғтселек менән уртаҡ тел таба алдыҡ. Хәҙер һөйләшеүҙәр тыныс бара, бергәләп борсоған проблемаларҙы хәл итеүебеҙгә ышанам”, - тине Олег Заплатин.
“Башинформ” фотоһы.