

11 августың киске 20 сәғәтенә ҡарата Башҡортостанда 20 тәбиғәт янғыны ғәмәлдә. Уларҙың дөйөм майҙаны – 3850,80 гектар (Хәйбулла районында – ике, Бөрйән районында – 14, Йылайыр районында– ике, Ейәнсура районында – бер, Белорет районында – бер). Уларҙың 16-һы локалләштерелгән.
Әлеге ваҡытта тәбиғәт стихияһы менән көрәшкә 275 берәмек техника һәм 946 кеше йәлеп ителгән.
Хәйбулла районында һуңғы яңылыҡтар ниндәй? Был турала райондың хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов һөйләне.
– Алдағы янғындар буйынса шуны әйтәм: Аҡташ лагеры янындағыһы бөттө, ҡурҡыныс янамай. Вәзәм янындағы Шайтантау заказнигын төрлөсә ҡаманыҡ, ситкә сығыу ҡурҡынысы юҡ, тик эсендә әҙерәк төтөн булғас, ҡараштырып торабыҙ. Бында көслө ел өрә, шуға күрә ситкә сыҡмаһын өсөн контроль кәрәк. Оло Әбеште ҡамап алдыҡ, ҡурҡыныс юҡ, шулай уҡ эргә-тирәһен ҡарайбыҙ. Һуңғы сәғәттәрҙәге хәлдәргә килгәндә, Ураҙбай зонаһынан (Ейәнсура районы сигенән) көслө килә ине янғын. Кисә һәм бөгөн төп иғтибар ошонда. Полоса буйлап һөрөп сыҡтыҡ, был зонала һигеҙ техника эшләй, республика етәкселеге ҡушыуы менән техника артты. Әле зонаны ҡамайбыҙ, минераль һыҙаттарҙы киңәйтәбеҙ. Уны ҡамап бөттөк тиерлек, хәҙер майҙан эсендә урмандың янмаған өлөштәрен һаҡларға тейешбеҙ. Тағы ике техника килеп етергә тейеш Салауаттан. Ҡырҡып сығасаҡбыҙ, техника күп. Минераль һыҙаттарҙан үтмәһен өсөн кешеләр менән күҙәтәбеҙ. Әле ут контролгә алынды, ҡайһы йүнәлештә барғанын аңлайбыҙ. Хәлде күҙәтеү өсөн республика етәксеһе вертолет бүлде, хәҙер барыһын да күреп, белеп торабыҙ, - тине ул.