Новости
11 Август 2021, 08:40

Ирекмәндәр берләшә

Урында ирекмәндәр штабтабы нимә менән шөғөлләнә? 

Ирекмәндәр берләшәИрекмәндәр берләшә
Ирекмәндәр берләшә

Башҡортостандың Көньяҡ Урал райондарындағы янғындар менән көрәштә ирекмәндәр ҙур әүҙемлек күрһәтә. Был турала “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы Айбулат Сәсәнбаев урындан түбәндәгеләрҙе һөйләне.


– Барыбыҙ ҙа яҡшы белә, әле был райондарға ирекмәндәр ярҙамы кәрәк. Республика ирекмәндәр үҙәгендә ирекмәндәрҙе туплау буйынса махсус штаб булдырылды, беҙ кешеләр йыябыҙ. Бөгөн бына автобустар менән ярҙамға Хәйбулла районына килдек, яҡын арала Бөрйәнгә сығырға уйлайбыҙ. Янғын һүнмәйенсә, ирекмәндәр тыныс күңел менән ҡарап ултыра алмай. Миңә бик күптәр шылтырата, мәҫәлән Сорғот, Мәскәү ҡалаһынан, улар ял көндәрендә килеп ярҙам итергә әҙерҙәр. Бер ирекмән самолетым бар, ярҙам ҡулы һуҙа, разведка эшләй алам ти, – ти ул. – ”Бәйләнештә” социаль селтәрендә, сайтта беҙҙең үҙәк тураһында бар мәғлүмәт тә бар. Унда һәр теләгән кеше контакттарын ҡалдырып, яҙыла ала, ә беҙ бригадалар туплап, ҡайҙа ярҙам кәрәк, шунда автобустар, машиналар менән ебәрәсәкбеҙ. Күптәр янғын урынына үҙҙәре тура бара, кемгә мөрәжәғәт итергә икәнлеген әйтеп кенә ебәрәбеҙ. Һәр районда ирекмәндәр штабы бар, уларҙың етәксеһенә мөрәжәғәт итергә була. Халыҡты алдаусылар ҙа осрай, имеш улар аҡса йыя. Кешеләр алданмаһын, ысын мәғлүмәттәрҙе шул штабҡа мөрәжәғәт итеп алһындар.


Уның һүҙҙәренә Хәйбулла районында “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге координаторы Тимур Рәмов та ҡеүәтләй.


– Көн һайын иртәнсәк барлыҡ яуаплы структуралар менән берлектә карталарҙы ҡарап план төҙөйбөҙ. Ҡайҙа кем, ниндәй техника бара, ниндәй эштәр башҡарыласаҡ. Ирекмәндәрҙе урман эсенә, хәүефле урындарға индермәйбеҙ, улар ситтән ранец менән йөрөй һәм ут таралмаһын өсөн эшләй. Урманды уратып тракторҙар һөрә, дүрт техника йөрөй. Һыҙаттар янында ирекмәндәр ултыра һәм хәлде контролдә тота, – ти ул.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас