

Бер аҙна тирәһе инде Фидан Рахманғолов тигән кешене таба алмайҙар. 46 йәшлек ир Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан. 6 августа вахта эшенә тип сығып киткән дә шунан бирле ҡайҙа йөрөүе тураһында бер ни ҙә билдәле түгел.
Фидан Рахманғоловты өйөндә ғаиләһе көтә. Ағаһы белдереүенсә, ул Бөрйәндән Өфөгә барып еткән булырға тейеш. Шуға күрә туғандары һәм таныштары, бәлки, Өфөлә юғалғандыр, тип фараз итә.
Юғалған ирҙең билдәләре: буйы 165 см, уртаса кәүҙәле, сәстәре ҡара, сал төшкән, күҙе ҡара-йәшел. Юғалған көндө зәңгәр-йәшел һыҙатлы аҡ футболка, һоро трико, ҡара кроссовки һәм һоро кепка кейгән булған.
Әгәр Фидан Рахманғоловтың ҡайҙалығын белһәгеҙ, 8 800 700 54 52 телефоны аша "Лиза Алерт" эҙәрмәндәре төркөмөнә шылтыратыуығыҙ һорала. Йәки 112 һандары буйынса полицияға хәбәр итегеҙ.
Фото: bashinform.ru