

Сабыйҙарыбыҙҙы балалар баҡсаһына илтеп, тулыһынса тәрбиәселәр ҡарамағына ҡалдырабыҙ һәм улар тулыһынса хәүефһеҙ шарттарҙа көн итер, тип уйлайбыҙ ҙа ул...
Кисә сәғәт 11-ҙәр тирәһендә Өфөләге бер балалар баҡсаһында алты йәшлек бала бәләгә тарыған. Төркөм менән тышҡа сыҡҡан ҡыҙыҡай баҫҡыс тотонғосоноң тимер рәшәткәһе араһына башын тыҡҡан да кире ала алмаған.
Тәрбиәселәр ярҙамға ашығып, үҙ көстәре менән сығарып ҡараһа ла, баланы тиҙ генә ҡотҡара алмағандар. Шунан улар Граждандарҙы яҡлау идаралығына шылтыратып, ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға мәжбүр булған.
Ҡотҡарыусылар балалар баҡсаһына йәһәт кенә килеп еткән һәм, гидравлик ҡорамал менән тимер рәшәткәне ҡайырып, ҡото алынған баланы азат иткән. Ҡыҙсыҡты табиптар ентекле тикшергән, бәхеткә күрә, ул етди зыян күрмәгән булған.
Фото: mbdouds39.ucoz.ru