Новости
16 Август 2021, 12:00

"Алға"ның эштәре алға бара

Әлеге ваҡытта йәнә туғыҙ компания менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Бында инвестиция күләме 40 миллиард һумға етер һәм 550 эш урыны булдырылыр, тип көтөлә.

"Алға"ның эштәре алға бара"Алға"ның эштәре алға бара
"Алға"ның эштәре алға бара

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Премьер-министр урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов “Алға” махсус иҡтисади зонаһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө бурыстары һәм ағымдағы һөҙөмтәләр тураһында һөйләне.

– Билдәле булыуынса, “Алға” былтыр Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән булдырылды. Һәм ете ай эсендә беҙ 2020 йылға планда булған барлыҡ һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә өлгәштек. Был эш быйыл да дауам итә, – тине ул.

Башҡарылған эштәр күп. Мәҫәлән, инвесторҙарҙы йәлеп итеү маҡсатында махсус иҡтисади зонаны танытыу өсөн медиа-план тормошҡа ашырыла. Даими рәүештә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең ҙур компанияларына хеҙмәттәшлек итеүгә саҡырып хаттар ебәрелә, мөмкин булған инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып барыла, осрашыуҙар үткәрелә. Ҙур тематик күргәҙмә һәм сараларҙа танытыу эштәре башҡарыла.

Булдырылған етештереү объекттарындағы экологик хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бүленә. Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондар хакимиәттәре халыҡ менән аңлатыу эштәре алып бара, осрашыуҙар үткәрә.

– Әле беҙ махсус иҡтисади зонала резиденттар һанын арттырыу эше буйынса графиктан алда барабыҙ. Быйыл июндә резидент статусын йәнә өс компания алды. Һөҙөмтәлә резиденттар реестрында туғыҙ компания иҫәпләнә. Тағы бер компания менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, барыһы ла уңышлы үтһә, августа резиденттар 10-ға етәсәк, – тине Илшат Азамат улы.

Был резиденттар, дөйөм алғанда, 18 миллиард һум инвестиция килтерә һәм 1600 самаһы эш урыны булдырырға планлаштыра. Улар 82 гектар ер биләй.

Әлеге ваҡытта йәнә туғыҙ компания менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Бында инвестиция күләме 40 миллиард һум булыр һәм яңы 550 эш урыны асылыр, тип көтөлә.

Илшат Тажетдиновтың белдереүенсә, “Алға”ның ике резиденты – “Аркада” һәм “ЗУР” компаниялары – быйылдан етештереүҙе башларға ниәтләй.

– Әле улар әүҙем рәүештә төҙөй, ҡорамалдар һатып ала, кеше йыя, – тине вице-премьер.

 

Фото: bashinform.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас