Новости
16 Август 2021, 14:00

Интернетта берәү менән танышҡан...

Өфөлә 14 йәшлек ҡыҙ баланы эҙләйҙәр. 

Интернетта берәү менән танышҡан...Интернетта берәү менән танышҡан...
Интернетта берәү менән танышҡан...

Өфөлә 14 йәшлек Диана Чудова ғәйеп булған. Ҡыҙ баланың 14 августа өйөнән сығып китеүе билдәле. Шул көндән алып уның тураһында бер мәғлүмәт тә юҡ.

 

“Моя Уфа” порталы хәбәр итеүенсә, ҡыҙ был көндә үҙен ғәҙәти тотҡан. Әсәһенең һүҙҙәренә ҡараһаң, өйҙә низағтар булмаған.

 

“Ғәҙәти көн. Ул мине эштән ҡаршыланы, бергәләп магазинға индек, өйҙә сәй эстек, аҙаҡ ул тышҡа йөрөп киләм тип сығып китте”, – тигән әсәһе.

 

Әммә һуңғараҡ асыҡланыуынса, был көндө Диана дуҫтары менән осрашмаған, ә яңы танышы менән күрешкән. Уның кемлеге әле билдәле түгел.

 

“Кисә асыҡлауыбыҙса, ул дуҫтары менән китмәгән. Бер кеше менән интернет аша танышҡан. Һөҙөмтәлә, әле телефоны һүндерелгән, үҙе менән документтары юҡ. Был уға бөтөнләй оҡшамаған, бер ҡасан да өйҙән ҡасҡаны юҡ ине. Бер тапҡыр ғына миңә әйтмәйенсә класташ ҡыҙында ҡунып ҡалғайны, башҡа ундай хәлдәр булманы”, – ти әсәһе.

 

Диананың яҡындары белдереүенсә, уның Черниковка йәки Инорс биҫтәһендә булыуы ихтимал. Шуға күрә ошо яҡта йәшәгән кешеләрҙән иғтибарлыраҡ булыуҙы һорайҙар.

 

Ҡыҙҙың билдәләре: буйы 160 см, ерән сәсле, күҙҙәре асыҡ көрән, ябыҡ. Сәскә һүрәте төшөрөлгән ҡара футболка, ҡара носки, зәңгәр джинсы, аҡ табанлы ҡара кроссовки кейгән. Диананың ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, 8 800 700 54 52 телефоны буйынса ирекмәдәргә хәбәр итеүегеҙ  һорала.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас