

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта. Һуңғы тәүлектә генә лә уны 290 кеше йоҡторған, дөйөм алғанда, ҡурҡыныс сир 52590 кешелә табылған. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин һөйләне.
Әле сирлеләрҙең 2977-һе амбулатор шарттарҙа дауалана, 697 кеше – дауаханала. 61 кешенең хәле ауыр тип баһалана. Һуңғы тәүлектә 42 кеше һауығып ҡайтҡан, тимәк, бөтәһе 47998 кеше сирҙән имен ҡотолған.
Әлеге ваҡытта республикала коронавирус һәм пневмония менән ауырығандар өсөн 4525 урын әҙерләнгән. Шуның 86,3 проценты биләнгән дә инде, 618 урын ғына буш. Бөтә дауалау учреждениеларында ла һаҡланыу саралары һәм кислород етерлек кимәлдә.
– Дауаханала ятҡандар араһында вакцина яһатҡандар юҡ. Республикала вакцинация дауам итә. Әле 1253448 доза прививка килгән, уның беренсе компонентын 1054145 кеше ҡаҙатҡан. Вакцинацияны тулыһынса 844758 кеше тамамлаған, – тине Азат Рәхмәтуллин.
Фото: ptoday.ru