

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә төбәктә йәнә бер тимер юлы маршруты асылыуы тураһында хәбәр итте. Ул Өфө менән Ырымбур ҡалаларын тоташтырасаҡ.
Республика етәксеһе белдереүенсә, Өфөнән Күмертауға һәм кире маршрутта йөрөгән “Орлан” экспресс-поезы менән биш ай эсендә 24 мең пассажир файҙаланған. Был маршрут апрель айында асылғайны, ә сентябрҙә яңы проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ – маршрут Ырымбур ҡалаһына тиклем оҙайтыла.
“Юлдағы ваҡыт 6 сәғәт тәшкил итәсәк. Беҙҙең “Орлан” Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау, Ырымбур ҡалаларын тоташтырасаҡ. Киләсәктә ошо һәм башҡа йүнәлештәрҙе лә үҫтерәсәкбеҙ”, - тип яҙа Радий Хәбиров.
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.