Новости
16 Август 2021, 17:00

Шүрәле тешенә менгән булған...

Турист 80 метр бейеклектән ҡолаған, ул урында йән биргән.

Шүрәле тешенә менгән булған...Шүрәле тешенә менгән булған...
Шүрәле тешенә менгән булған...

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров бәхетһеҙ осраҡтар тураһында һөйләне. Үткән аҙнала дүрт кеше бейеклектән ҡолаған, ике кеше һәләк булған.

 

Осраҡтарҙың береһе Белорет районында теркәлде. Өфө ҡалаһынан килгән турист ир Шүрәле теше тигән ҡаянан ҡолаған. Уның бейеклеге – 80 метр. Ир кеше урында һәләк булған. 

 

Тау-ҡаялар буйлап сәйәхәт иткән саҡта һаҡлыҡ мөһим. Әлбиттә, бейек ҡая ситендә тороп фотоға төшөү матур күренеш, әммә бының ғүмер өсөн ҡурҡыныс булыуы ихтимал икәнлеген онотмайыҡ.

 

Фото: drive2.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас