

Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенә 13 августа Инйәр иректаштары һәм Уҫаҡлы һырты эргәһендәге урмандарҙы ут ялмап алыуы тураһында хәбәр килгән. Тирлән лесничествоһының бүлек начальнигы Наил Әхмәтшин әйтеүенсә, яҡынса бер гектар ер яныуы билдәле булған, унда шунда уҡ “Белорет” урман-янғын станцияһы, Тирлән урман хужалығы, Тирлән лесничествоһы, “Селена” компанияһы көстәре йәлеп ителгән. Техника үтә алған урындарҙа ерҙе һөрөп, янған биләмәне ҡамағандар һәм утҡа ҡаршы көрәш башланған.
15 августа 8,1 гектар ерҙә янғын ауыҙлыҡланған, әммә бер нисә сәғәттән һуң көслө ел иҫеүе сәбәпле ул яңынан ҡабынған.
Урман янған урындарҙа ҡая-таштарҙың күп булыуы, ошо арҡала махсус техниканың үтә алмауы ҙур ауырлыҡ тыуҙыра. Ут һүндереүселәр етешмәй, сөнки бындай урындарҙа эшләү хәүефле. Өҫтәүенә, ҡоролоҡ арҡаһында һыу сығанаҡтарының күбеһе кибеп бөткән.
17 авгусҡа ҡарата районда янғын майҙаны 10 гектар тәшкил итә. Утты һүндереүгә ҡурсаулыҡтан да дүрт хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Янғын ҡурсаулыҡ биләмәһенә таралмаһын өсөн биләмә уратып һөрөлгән.
Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ауыл-ҡасабаларға ут янамай. Юлдарҙың насар булыуы арҡаһында янғын һүндереүселәргә бәлә урынына бишәр сәғәт барырға тура килә, ә норматив документтарға ярашлы, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында тәүлектең ҡараңғы ваҡытында ут һүндереү тыйыла.
Әле бында туристик маршруттар туҡтатылған.