Новости
17 Август 2021, 13:00

Мәскәү өлкәһендә самолет ҡолаған

Экипаж һуңғы мәлгә тиклем самолетты кешеләр йәшәгән йорттарҙан алыҫҡараҡ алып китергә тырышҡан...

Мәскәү өлкәһендә самолет ҡолағанМәскәү өлкәһендә самолет ҡолаған
Мәскәү өлкәһендә самолет ҡолаған

Илдә йәнә самолетҡа бәйле фажиғә. Бөгөн көндөҙ Мәскәү өлкәһендәге ҙур булмаған Кубинка ҡалаһы янында “Ил-112В” самолеты ҡоланы.

Хәбәр ителеүенсә, ул илдең өр-яңы хәрби-транспорт самолетының беренсе тәжрибә өлгөһө булған. Авария күнекмә осошо ваҡытында, самолет аэродромға ултырырға йыйынған саҡта була.

Телеграм-каналдарҙа самолеттың янып китеүе һәм ҡолауы мәленең видеояҙмаһы бар. Унан күренеүенсә, һауалағы машинаның двигателе янып китә. Бер ни тиклем барғандан һуң самолет ҡолай һәм шартлай.

Әлеге ваҡытта махсус комиссия аварияның сәбәптәрен асыҡлау менән шөғөлләнә. Төп фараз – техник төҙөкһөҙлөк һәм пилотлау хатаһы.

Самолет бортында өс кешенән торған экипаж булған. Улар араһында – атҡаҙанған летчик-һынаусы, Рәсәй Геройы, “Ил”дың шеф-пилоты Николай Куимов бар. Шулай уҡ беренсе класлы летчик-һынаусы Дмитрий Комаров менән беренсе класлы бортинженер-һынаусы Николай Хлудеев булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бөтәһе лә һәләк булған.

Белгестәр фекеренсә, самолеттың двигателе янып киткәс, “Ил-112В” экипажы хәлгә бер нисек тә йоғонто яһай алмаған. Улар һуңғы мәлгә тиклем самолетты ауыл һәм ҡалаларҙан алыҫҡараҡ алып китергә тырышҡан. Мәғлүмәттәр буйынса, ерҙә ҡорбандар юҡ, самолет урманға ҡолаған. 

 

Фото: fedpress.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас