Новости
17 Август 2021, 13:05

“Һәр спортсы Ватаны намыҫын лайыҡлы яҡлаһын...”

Бөгөн “Өфө-Арена”ла юниорҙарҙың спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты тантаналы асылды.

Бөгөн “Өфө-Арена”ла юниорҙарҙың спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты тантаналы асылды. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович, Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили, Рәсәй Геройы, күп тапҡыр Европа һәм донъя чемпионы, грек-рим көрәше буйынса өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин, Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов һәм башҡалар ҡатнашты.

 – Ошондай кимәлдәге чемпионатты үткәреү – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Мөмкинлектәрегеҙҙе күрһәтә алыуығыҙ өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырҙыҡ. Әлбиттә, тик яҡшы тәьҫораттар менән генә ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров һәм көрәштең ғәҙел булыуын, көслөләрҙең еңеү яулауын теләне.

Радий Хәбиров ошондай киң ҡоласлы сараның Башҡортостанда Берләштерелгән көрәш донъяһы президентының ышаныс белдереүе һөҙөмтәһендә үткәрелеүе хаҡында әйтте һәм, рәхмәт билдәһе итеп, Ненад Лаловичҡа республикабыҙҙың Дуҫлыҡ орденын тапшырҙы.

– Был сара барлыҡ йәһәттән шәп, спортсылар, тренерҙар, ирекмәндәр шәп. Тантана ла шәп. Республика Башлығы Радий Хәбиров та шәп. Көрәш “йондоҙ”ҙары ла шәп, – тип белдерҙе Ненад Лалович һәм Радий Фәрит улына Берләштерелгән көрәш донъяһының Почет билдәһен бүләк итте.

Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов Өфөлә лә Токиолағы йәйге Олимпия уйындары кеүек киң күләмле сара ойошторолоуы, бында еңеү яулауҙың спортсылар өсөн Парижда үткәреләсәк йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыуға бер баҫҡыс икәнлеге хаҡында әйтте.

 – Башҡорт ерендә ошондай ҙур спорт форумының ойошторолоуы менән ғорурланам һәм бәхетлемен, - тип белдерҙе Берләштерелгән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили. – Һәр спортсы тыуған иле намыҫын лайыҡлы яҡлаһын.

Рәсәй Геройы, күп тапҡыр Европа һәм донъя чемпионы, өс тапҡыр грек-рим көрәше буйынса Олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, республикабыҙға коронавирус инфекцияһы менән бәйле ауыр ваҡытта ошондай юғары кимәлдәге ярыш үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе һәм спортсыларҙың ҡунаҡсыл башҡорт еренән йөрәктәренә тик яҡшы хистәр алып ҡайтыуын теләне.

Донъя кимәлендәге төрлө спорт сараларында беренсе урындар яулаған Рәил Сираев, Рәфис Садиҡов, Фәдис Вәлитов һәм башҡалар сара әләмен күтәрҙе.

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас