Новости
17 Август 2021, 09:30

Спорт яратһаң, сәләмәт булырһың!

Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы – бөтә  ҡатнашыусылар ҙа яҡшы кәйеф, дәрт алып таралышты.

Спорт яратһаң, сәләмәт булырһың!Спорт яратһаң, сәләмәт булырһың!
Спорт яратһаң, сәләмәт булырһың!

Ошо көндәрҙә Балаҡатай районы Нөгөш ауылында Көҙөй инвалидтар һәм ҡарттар йорто хеҙмәткәрҙәре һәм социаль хеҙмәт алыусылары өсөн, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә, физкультурниктар көнөнә арналған “Спорт яратһаң, сәләмәт булырһың!” тип аталған сара ойошторолдо.

“Спорт менән шөғөлләнеү өсөн нисә йәштә булыуың кәртә түгел, хәрәкәттә – бәрәкәт. Олоғая килә быны нығыраҡ аңлайһың. Спорт менән дуҫ кеше ауырыуҙарға ла бирешмәй, организмы ла ныҡ була”, - ти интернат етәксеһе Надежда Черепанова.

Сара төрлө күнегеүҙәрҙән башланды, ҡатнашыусылар “Туп менән йүгереү”, “Иң мәргән”, “Иң етеҙ”, “Күңелле хоккей”, “Күңелле футбол”, “Гантелдәрҙе күтәр”, “Күңелле боулинг”, “Ҡуласа әйләндереү” тип исемләнгән уйындарҙа ҡатнашып, тиҙлектә, етеҙлектә, мәргәнлектә көс һынашты.

Спорт ярыштары һөҙөмтәләре буйынса приздар тапшырылды, әммә бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы – бөтә  ҡатнашыусылар ҙа яҡшы кәйеф, дәрт алып таралышты.

Фото: Балаҡатай районы хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас