

Кисә бар республиканы тетрәндергән ғибрәтле хәл тураһында хәбәр иткәйнек инде. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бала табыу йортонда бер ҡатын икенсеһенең яңы тыуған сабыйын тәҙрә аша ырғытып үлтергән. Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары был осраҡты төрлө яҡлап тикшерә, енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ә “Комсомольская правда” порталы ҡот осҡос вәхшилек менән енәйәт ҡылған ҡатындың кемлеген асыҡлаған.
Был 29 йәшлек ҡатын Миәкә районынан. Асыҡланыуынса, ул үҙе медицина тармағында эшләгән. Уҡыу йортон “дауалау эше” йүнәлеше буйынса тамамлаған һәм 2015 йылдан һөнәренә ярашлы эш башлаған. Аҙаҡ кейәүгә сыҡҡан һәм әсәй булған. Терапевт вазифаһынан тыш, педиатр булып та эшләгән, уға даими рәүештә бәләкәй балаларҙы килтергәндәр.
Ә бына икенсе тапҡыр ауырға ҡалғас, ҡатындың холҡо үҙгәрә башлаған. Һөҙөмтәлә уны психдиспансерға иҫәпкә ҡуйғандар, тик, бала табырға бер нисә көн ҡалғас, сығарғандар.
Палаталағы ҡатындарҙың икеһе лә балаһын операция ярҙамында тапҡан. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа әйтелеүенсә, үлтереүсе әсәнең, балаһын тапҡандан һуң янына ире килмәүе сәбәпле, бәлки, психик хәле ҡаҡшағандыр.
Сабыйын юғалтҡан әсә өсөнсө балаһын тыуҙырған булған. Әле уның менән психологтар эшләй. Белгестәрҙең фекеренсә, кеше балаһын тәҙрә аша ташлаған әсәнең үҙенең ни эшләгәнен аңламаған булыуы ихтимал.
Әммә был балаһын юғалтҡан ғаиләне бер нисек тә тынысландыра алмай...
Фото: социаль селтәрҙәр.