Новости
18 Август 2021, 04:00

6 йәшлек малай рекорд ҡуйған

Әле рекорд тураһындағы видеодокумент махсус комиссияға ебәрелгән.

6 йәшлек малай рекорд ҡуйған6 йәшлек малай рекорд ҡуйған
6 йәшлек малай рекорд ҡуйған

Нефтекама ҡалаһында йәшәгән алты йәшлек Доминик Ғарифуллин популяр булған “планка” спорт  күнекмәһендә 2 сәғәт тә 8 минут дауамында тора алған.

Быға тиклем 6 йәшлектәр араһындағы рекорд – 40 минут, 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында бер сәғәттән ашыу тәшкил иткән. Йәш спортсының атаһы хәбәр итеүенсә, һуңғы ваҡытта Доминик ныҡлап спорт менән мауыға башлаған, ул улының рекордын видеоға төшөргән.

Әле рекорд тураһындағы видеодокумент махсус комиссияға ебәрелгән, улар рәсми рәүештә рекордты теркәргә тейештәр.

Видеонан скриншот.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас