Новости
19 Август 2021, 07:00

Ҡатыны менән талашып...

Бындай гонаһлы аҙымға барыр алдынан нишләп әсәһен, балаһын уйламаған икән ул?

Ҡатыны менән талашып...Ҡатыны менән талашып...
Ҡатыны менән талашып...

Благовещен ҡалаһында 28 йәшлек Руслан Бикбулатовты эҙләйҙәр ине. Был хаҡта "КП-Өфө" мәғлүмәт порталы яҙып сыҡты.
Ул 14 августа өйөнән сығып китеп ғәйеп булған. Һуңғы көндәрҙә ҡатыны менән талашып, бергә йәшәмәгән булғандар. Ир быны бик ауыр кисергән, үҙенә йомолоп, кеше менән һөйләшмәҫ булған. Һуңғы көндә лә йөрөп киләм тип сығып киткән дә, бер нисә сәғәттән фатир асҡысын күршеләренә ҡалдырып, телефонын да, документтарын да, аҡса ла алмайынса ғәйеп булған. Уның юғалыуын яҡындары бик ауыр кисерә, бигерәк тә һигеҙ йәшлек улы юҡһына.
Руслан Бикбулатовты эҙләүгә полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, шулай уҡ битараф түгел кешеләр сыҡҡайны. Бөгөн килеп Русландың табылыуы тураһында ауыр хәбәр билдәле булды. Уның кәүҙәһе яҡындағы баҡсанан табылған, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул үҙ-үҙенә ҡул һалған... Улдарының имен-һау табылырына ышанған яҡындары өсөн был күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы. Их, бындай гонаһлы аҙымға барыр алдынан нишләп әсәһен, балаһын уйламаған икән ир? 

Фото "КП-Өфө".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас