

Республиканың Конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты менән берлектә бизнес-шерифтар өсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыуы буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.
Кәңәшмә сиктәрендә муниципаль һәм дәүләт һатып алыуҙарында килеп сыҡҡан проблемалар ҡаралды.
2018 йылдан Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары менән дәүләт контракттары һаны 10 процентҡа артҡан. Заказсыларға методик һәм хоҡуҡи яҡтан ярҙам күрһәтеү ыңғай һөҙөмтәгә килтергән.
“Беҙ бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Сентябрҙә контракт системаһы өлкәһендәге көйләүҙәр, айырым юридик шәхестәр тарафынан тауар, эш, хеҙмәт һатып алыуҙы координациялау, шулай уҡ республикала конкуренлылыҡты үҫтереү һорауҙары буйынса күсмә семинар-кәңәшмәләр уҙғарыу күҙаллана. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса маҡсатлы эштәр был өлкә өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡ һәм төбәктең инвестицион һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртасаҡ”, - тине дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арсланова.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.