Новости
20 Август 2021, 15:00

Зоопаркта балаға янут ташланған...

Сабыйға ғына түгел, уның ата-әсәһенә лә медицина ярҙамы талап ителгән. Әле был инцидент буйынса етди тикшереү бара.

Зоопаркта балаға янут ташланған...Зоопаркта балаға янут ташланған...
Зоопаркта балаға янут ташланған...

Кисә Өфөләге "Обнимашки" зоопаркында күңелһеҙ хәл теркәлгән: бер йәшлек кенә бала менән ял итергә, хайуандар менән танышырға килгән йәш ғаиләгә янут ташланған. Был хаҡта "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Хайуандарға яҡын барыу, уларҙы тотоп ҡарау, ашатыу мөмкинлеге булған был зоопаркта янут баланың битен тырнаған, атаһы менән әсәһенең ҡулдарын да сапсыған. Баланы Республика балалар клиник дауаханаһына һалырға тура килгән. Әле уның битендәге яраларҙы таҙартып, тегеп ҡуйғандар.

Ата-әсәһенә лә медицина ярҙамы талап ителгән. Әле был инцидент буйынса етди тикшереү бара. Шуныһын билдәргә кәрәк: 2020 йылдың июненән, Рәсәй ҡанундары буйынса, зоопарктарҙа ҡайһы бер ҡырағай хайуандарға яҡын барыу, тотоп ҡарау тыйылған. Янут та ул исемлектә бар.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас