Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Август 2021, 20:00

Дыуандар ҙа дәүләт флагы көнөн билдәләне

Байрам сиктәрендә файҙалы саралар күп булды: йәрминкә, уйындар, конкурстар, юридик һәм медицина ярҙамы, сағыу концерт һәм башҡалар. 

Дыуандар ҙа дәүләт флагы көнөн билдәләне
Дыуандар ҙа дәүләт флагы көнөн билдәләне

Бөгөн Дыуан районында ла Дәүләт флагы көнөнә арналған саралар үтә. Дыуан тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Рәсәй Флагы тарихы” тип аталған күргәҙмә һәм викторина ойошторолдо.

Байрам сиктәрендә район үҙәгенең үҙәк майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәһе үтә, унда һәр кем осһоҙ хаҡҡа урында етештерелгән сифатлы аҙыҡ-түлек, емеш-еләк һатып алыу мөмкинселенә эйә булды.

Ошонда уҡ дыуандар бушлай юридик ярҙам ала. Балалар төрлө уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнашты.

Йәштәр үҙәге ирекмәндәре һәр кемгә өс төҫлө таҫмалар, битлектәр  тарата. Төрлө майҙансыҡтарҙа спорт ярыштары уҙғарыла.

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптарынан торған күсмә бригада халыҡты ҡабул итә, урындағы табиптар теләгәндәргә прививка ла яһай.

“Рәсәй Дәүләт флагы көнө – бөтә илебеҙ өсөн мөһим көн. Дыуан районында был иҫтәлекле көндөң шулай ҙур ойошҡанлыҡ менән үтеүе маҡтауға лайыҡ, сөнки бындай саралар халыҡты берләштерә, тыуған илгә һөйөү уята”, - тине РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.

Кискеһен дыуандар өсөн танылған сәхнә оҫталары Рәил Өмөтбаев, Рөстәм Ғиззәтуллин, Zainetdin ҡатнашлығында ҙур концерт ойошторола.

Фото: рәсми сығанаҡтан. 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: