Бөгөн - Рәсәй дәүләт флагы көнө. Ошо уңайҙан Өфөлә һәм республиканың башҡа урындарында төрлө саралар үтте.
Баш ҡалала йәшәүселәргә ошо иҫтәлекле көн тураһында белдертеп, ҡала урамдары буйлап автойөрөш уҙғарылды. Флагтар элгән колонна “Моторостроитель” мәҙәниәт йортонан башлап Беренсе май, Октябрь проспекты, Цюрупа, Зәки Вәлиди урамдары буйлап үтте. Шунан Конгресс-холл эргәһендә Рәсәй флагтары менән дөйөм фото төшөү ойошторолдо. Сарала бөтәһе 150 кеше ҡатнашты.
Ә ил алдындағы бурыстарын үтәргә әрмегә саҡырылған буласаҡ һалдаттарҙы йыйыу пунктында тантаналы рәүештә Рәсәй флагы күтәрелде. Сарала ҡатнашыусыларға республика йыйылыу пункты музейы буйлап экскурсия ла ойошторолдо.
Д!өйөм халыҡ фронтының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе әүҙемселәре Өфө хакимиәте менән берлектә Ағиҙел аша һалынған иҫке күперҙе 100 флаг менән биҙәне.
Иҫтәлекле датаны республиканың башҡа ҡала-райондарында ла билдәләнеләр. Баймаҡта, мәҫәлән, Ишкелде тауына ҙур флаг эленә, концерт программаһы, викториналар, төрлө конкурстар ойошторола, ҡатнашыусыларға бәләкәй генә символик флагтар таратыла.
Фото: Өфө хакимиәте сайтынан.