

21 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округының административ үҙәге – Түбәнге Новгород ҡалаһының 800 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты.
“Яңырыу башы” тип аталған гала-шоуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡатнашыуы - ҡала юбилейының төп ваҡиғаһы булды.
“Яңы быуатта ла Түбәнге Новгород үҙенең үҙенсәлекле йөҙөн һаҡлап, алға табан үҫер, технологик һәм фәнни асыштары, спорт һәм мәҙәни ҡаҙаныштары, уңышлы йәмәғәт һәм эшлекле проекттары, мәрхәмәтлелек йолалары менән ғорурланыр. Кем был ҡалала әлегә тиклем булмаған, сәйәхәтегеҙҙе кисектермәгеҙ, мотлаҡ килегеҙ. Һуңғы йылдарҙа Түбәнге Новгород иҫ киткес үҙгәргән, ул һоҡландыра”, - тип телмәр тотто Владимир Путин.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров та ҡала халҡын байрам менән ҡотланы.
“Был Түбәнге Новгород ҡалаһы халҡының ғына түгел, бар Волга буйы федераль округының да байрамы. Ҡала хаҡлы рәүештә рәсәйлеләрҙең хөрмәтен яулаған. Түбәнге Новгород халҡының тырышлығы, таланты, оҫталығы арҡаһында Волга буйы баш ҡалаһы үҫеш кисерә”, - тип билдәләй ул.
Өлкә губернаторы Глеб Никитин исеменән уҙғарылған тантаналы ҡабул итеүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк-ара бәйләнештәрҙең артабан да нығыныуына ышанысын белдерҙе.
“Беҙҙең төбәктәрҙе дуҫлыҡ ептәре һәм ышаныслы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Беҙ бергә эшлекле форумдар, байрамдар уҙғарабыҙ, делегациялар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бергәләп Уралдан Волгаға ҡәҙәр дөйөм йортобоҙҙо – илебеҙҙең ҡеүәтле ҡалҡанын төҙөйбөҙ. 2024 йылда беҙ Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәкбеҙ. Һеҙҙе ҡунаҡсыл Башҡортостанда күреүебеҙгә шат булырбыҙ”, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.