

Баймаҡ районында физкультурниктар көнөнә арналған Талҡаҫ күле тирәләй еңел атлетика буйынса традицион ярыш үтте. 15-се тапҡыр ойошторрлған йүгереш ҡатнашыусыларҙың күп булыуы менән айырылып торҙо, барлығы 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Көйәрмәндәр - хеҙмәт коллективтары, ғаилә ағзалары спортсыларҙы дәртләндереп торҙолар.
Сарала Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡатнашты. Улар баймаҡтарҙың спорт яратыуын, бигерәк тә милли көрәш, ат сабыштары, еңел атлетика менән әүҙем шөғөлләнеүҙәрен билдәләнеләр.
“32 градуслыҡ эҫе лә сәләмәт йәшәү рәүешен һайлағандар өсөн кәртә булманы. Күптәр сараға ғаиләләре менән килгәндәр. Мин еңел йүгерҙем, Талҡаҫтың еләҫ еле көс өҫтәне. Йүгерештән йылдан-йыл халыҡтың күберәк ҡатнашыуы шатландыра”, - тине Зариф Байғусҡаров.
Баймаҡ районы хакимитенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге начальнигы әйтеүенсә, спортсылар йәш категорияларына ҡарап алты төрлө дистанцияла йүгерәләр.
“Эҫе булғас трасса буйлап ирекмәндәр ҡуйҙыҡ, улар йүгереүселәрҙең хәлен күҙәтеп, һыу биреп торҙолар”, - ти Вадим Ғәбитов.
Йүгерештән һуң, барыһы ла Талҡас күле тирәләй ойошторолған экологик өмәлә ҡатнашты.
“ Бында ял итергә килгән һәр кем ярты тоҡ булһа ла сүп-сар йыйһа, күл таҙа буласаҡ һәм беҙҙе генә түгел, беҙҙең ейән-бүләләребеҙҙе лә шатландырасаҡ”, – тине Зариф Байғусҡаров.