Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Август 2021, 22:00

Йәш һөнәрмәндәр Өфөгә йыйыла

“Беҙ Өфөгә еңеү артынан килдек, башҡа варианттар юҡ. Беҙ иң күп һанлы йыйылма команда һәм WorldSkills стандарттары буйынса чемпионаттарҙың абсолют еңеүселәре”, - тип белдерҙе Мәскәү һөнәри белем үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Елена Сумакова.

Йәш һөнәрмәндәр Өфөгә йыйыла
Йәш һөнәрмәндәр Өфөгә йыйыла

Төрлө төбәктәрҙең делегациялары Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә IX  “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) - 2021  милли чемпионатының финалына килеүҙәрен дауам итәләр.

Улар араһында иң ҙур делегация Мәскәүҙән. Делегация 411 кешенән тора, шул иҫәптән чемпионаттың 146 компетенцияһы буйынса 193 ҡатнашыусы.

“Беҙ Өфөгә еңеү артынан килдек, башҡа варианттар юҡ. Беҙ иң күп һанлы йыйылма команда һәм WorldSkills стандарттары буйынса чемпионаттарҙың абсолют еңеүселәре”, - тип белдерҙе Мәскәү һөнәри белем үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Елена Сумакова.

Саҡ ҡына алданыраҡ Башҡортостандың баш ҡалаһына Яҡут, Ҡабарҙы-Балҡар республикалары, Хабаровск, Краснодар өлкәләре делегациялары килеп еткән.

Санкт-Петербургтан 110 кешенән торған делегация көтөлә, улар 77 компетенция буйынса сығыш яһаясаҡтар, күптәре ярыштарҙа беренсе тапҡыр ҡатнаша.

“Апрелдә һайлап алыу ярыштары үткәрелгәйне, Санкт-Петербург 37 компетенция буйынса ярыштар уҙғарҙы. Уның һөҙөмтәһе буйынса Өфөлә сығыш яһаясаҡ команда һайлап алынды. Эшлекле программала беҙҙең субъекттан 31 кеше ҡатнашасаҡ”, - тине Санкт-Петербургтың “Оҫталар лигаһы” һөнәри үҫеш үҙәге директоры Ольга Волкова.

WorldSkills Russia милли финалы — Рәсәйҙә WorldSkills стандарттары буйынса иң ҙур масштаблы һөнәри оҫталыҡ ярыштары. Унда 16-25 йәшлек юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттары студенттары һәм 16 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары ҡатнаша.

Сара “Мәғариф” милли проектының “Йәш һөнәрмәндәр” проекты сиктәрендә йыл һайын уҙғарыла.

Быйыл ул 25-29 августа Өфөлә үтә. Башҡортостан командаһы 103 компетенция буйынса көсөн һынаясаҡ. Уның составында 498 кеше, шуларҙың 280-е – конкурсанттар, 218-е – эксперттар. Бөтәһе Рәсәйҙең 76 төбәгенән командалар ҡатнашыуы көтөлә. Улар 105 компетенцияла оҫталыҡтарын күрһәтәсәк.

Компетенциялар ете блокка бүленгән: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәтләндереү өлкәһе, транспорт һәм логистика, мәғариф.

 

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: