Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2021, 18:30

"Башҡортостан тауары" - тимәк сифатлы

Башҡортостанда был проект 2013 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Тауар ҡабында “Башҡортостан тауары” билдәһе булһа, был уның тәбиғи сеймалдан эшләнеүе, аҙыҡ-түлек тауарҙарының сифат һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүе тураһында һөйләй.

"Башҡортостан тауары" - тимәк сифатлы
"Башҡортостан тауары" - тимәк сифатлы

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев “Башҡортостан тауары” проекты тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, проект дипломаттары үҙ тауарын бар Рәсәй буйынса һата.

Республика етештереүселәре проектта бушлай ҡатнаша. Август башына ҡарата ул 560 ҡатнашсыны берләштерә. Уларҙың 494-е аҙыҡ-түлек етештереүселәр, 66-һы - аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауар етештерә. “Башҡортостан тауары” билдәһе менән 19248 берәмек тауар маркалана. Йыл аҙағына тиклем проектта ҡатнашыусылар һаны 600-ҙан артыр тип көтөлә.

– Федераль уйынсылар менән эш итеү, грамоталы логистика арҡаһында проект республика тауарҙарына беҙҙең генә түгел, ә республиканан ситтәге магазиндар кәштәләренә лә эләгеү мөмкинлеге бирә. Быйыл беҙҙең 106 етештереүсе федераль сауҙа селтәре супермаркетарында тәҡдим ителгән. Бынан тыш 16 дипломант үҙ тауарын экспортҡа йүнәлтә, – тине министр.

Былтыр “Башҡортостан тауары”ның ҙур ребрендингы булған. Уның концепцияһын етештереүселәр ҙә, һатып алыусылар өсөн дә уңайлаштырғандар. Проект дипломаттарына ярҙам итеү өсөн даими рәүештә уҡытыуҙар, күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр үткәрелә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала сауҙаны үҫтереү буйынса алып барылған эштәрҙе ыңғай баһаланы.

– Проект яҡшы темптар менән үҫешә, ул ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеү күләмен арттырыу мөмкинлеге лә бирә, – тине Радий Хәбиров. – Әле республика эшкәртеү буйынса Волга буйы федераль округында алтынсы урында. Беҙгә алға барырға, алдынғы урындарға ынтылырға кәрәк. “Башҡортостан тауары” был эштә бик ярҙам итә.

Башҡортостанда был проект 2013 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Тауар ҡабында “Башҡортостан тауары” билдәһе булһа, был уның тәбиғи сеймалдан эшләнеүе, аҙыҡ-түлек тауарҙарының сифат һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүе тураһында һөйләй.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: