Новости
23 Август 2021, 14:30

Интернет - һәр ауылға!

Бушлай интернеттан кем баш тарта?

Интернет - һәр ауылға!Интернет - һәр ауылға!
Интернет - һәр ауылға!

Башҡортостанда әле һаман интернет элемтәһе булмаған төпкөл ауылдарҙағы йорт хужалыҡтарын бушлай интернетҡа тоташыу мөмкинлеге менән тәьмин иткәндәр. Был турала бөгөн Хөкеүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин һөйләне. “Асыҡ интернет” программаһы сиктәрендә 50 райондағы 262 ауыл интернетҡа тоташасаҡ. Был 40 мең самаһы хужалыҡ һәм 100 меңдән ашыу кеше тигән һүҙ.

Проект дәүләт-шәхси партнерлығы аналогы булып тора – уны элемтә операторҙары менән берлектә тормошҡа ашыралар. “Башинформсвязь” йәмғиәте субсидия бүлгән, ул кабель үткәреү сығымдарының 50 процентын ҡаплай. Халыҡ өсөн интернетҡа тоташыу бушлай. Республика бюджеты иһә бының өсөн һәр хужалыҡҡа алты мең һум самаһы иҫәбенән түләйәсәк.

– Был проект Рәсәй өсөн үҙенең ҙурлығы йәһәтенән үҙенсәлекле. Шулай уҡ элемтә операторы яғынан финанслашыуҙа ҡатнашыу кимәле лә ҙур, – тине министр. – Бөгөн 262 ауылдың 165-ендә халыҡты тоташтырыу эштәре башланған, 19-ында төҙөлөш-монтажлау эштәре тамамланған һәм яҡын арала тоташтырыуҙар башланасаҡ. 36 ауылда селтәрҙәр үткәреү эше дауам итә, ҡалған 42-һендә графикка ярашлы яҡын арала башланасаҡ. Төп эштәрҙе быйыл 1 октябргә тиклем тамамларға планлаштырабыҙ. Дүртенсе кварталда тик тоташтырыу эштәре генә башҡарыласаҡ.

Элемтәгә килешеү төҙөгәндәрҙең 45 проценты интернет һәм IP-телевидение һайлай. 26 процент тик интернет ҡына кәрәк тигән. 22 процент тулы пакет һайлаған – интернет, телевидение һәм телефония. 7 процент интернет менән телефонияға өҫтөнлөк биргән.

Әйткәндәй, был хеҙмәттәрҙән баш тартҡан кешеләр ҙә бар. Бындай ҡарарын кешеләрҙең 47 проценты ауылда йәй көнө генә йәшәүе менән аңлатҡан, 16 процент аппаратура алырға аҡса юҡ тигән, ә 16 процент кеше (башлыса өлкәндәр) элемтәнең был төрө кәрәкмәй тип белдергән.  

Фото: sarinform.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас