Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2021, 18:00

Өфөлә – Халыҡ-ара умартасылар симпозиумы

Унда бал ҡортоноң һаулығы, генетикаһы өлкәһендәге, умартасылыҡ иҡтисадындағы мәсьәләләр менән шөғөлләнгән алдынғы ғалимдар, умартасылар ҙа ҡатнаша.

Өфөлә – Халыҡ-ара умартасылар симпозиумы
Өфөлә – Халыҡ-ара умартасылар симпозиумы

Баш ҡалабыҙҙа онлайн рәүештә Халыҡ-ара умартасылар симпозиумы үткәрелеүе көтөлә. “Умартасылыҡты үҫтереүҙә глобаль трендтар” тип аталған сара Мәскәүҙә “Апимондия” конгресын үткәреүҙең 50 йыллығына бағышлана. Симпозиум Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы, Апимондия секретариаты һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында ойошторола.

Сарала Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән спикерҙар ҡатнаша. Улар – бал ҡортоноң һаулығы, генетикаһы өлкәһендәге, умартасылыҡ иҡтисадындағы мәсьәләләр менән шөғөлләнгән алдынғы ғалимдар, умартасылар.

Симпозиум барышында онлайн-күргәҙмә ойошторола, унда Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең умартасылыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштары, уларҙың тауар һәм хеҙмәттәрен сит ил баҙарына сығарыусы профилле предприятиелар менән танышырға мөмкин буласаҡ. Таныштырыуҙы видеороликтар аша ла алып барыу ҡарала.

Был халыҡ-ара онлайн-симпозиум 47-се Апимондия конгресына әҙерлеккә ярҙам иткән сара булып тора. Ул киләһе йылдың сентябрь башында Өфөлә үтер, тип күҙаллана.

Симпозиумды үткәреү тураһында ҡарар 2020 йылдың ноябрендә ҡабул ителгән. Шул ваҡытта 47-се Апимондияның 2022 йылға күсерелгәне тураһында билдәле булғайны. Әлеге симпозиумдың төп маҡсаты ла – киләһе конгресҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, уны әүҙем танытыу.

 

Мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Фото: culture.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: