Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2021, 11:15

Нуриманда Билгеләр күле таҙартылды

Нуриман районындағы Билгеләр күле тәбиғәт ҡомартҡыһы булып һанала. Ошо көндәрҙә уның тирә-яғын таҙартыу буйынса "Рәсәй һыуы" акцияһы үтте.

Нуриманда Билгеләр күле таҙартылды
Нуриманда Билгеләр күле таҙартылды

Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы, илдә төрлө милли проекттар тормошҡа ашырылып килеүе билдәле. Улар араһында “Экология” ла бар. Төрлө йүнәлештәге федераль проекттарҙан тора ул. “Уникаль һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау” тигәненә ярашлы, бөтә ил буйлап “Рәсәй һыуы” тигән акция үтеп тора. Ул һыу ятҡылыҡтарының яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыуҙан ғибәрәт.

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө яны биләмә идаралығы Нуриман районының Байгилде ауыл хакимиәте менән берлектә Билгеләр күле буйҙарын таҙартты. Ул республика кимәлендә тәбиғәт ҡомартҡыһы булып һанала. Әйтергә кәрәк, бындай акция халыҡта тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырыуға ынтылыш уята, һыу ятҡылыҡтары торошон яҡшырта, айырым һаҡлауҙа булған тәбиғәт биләмәләренә иғтибарҙы көсәйтергә ярҙам итә.

Атап кителгән биләмә идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Мифтахов билдәләгәнсә, акцияны үткәрер өсөн юҡҡа ғына ошо урын һайланмаған. Был кескәй күлдә "Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы"на индерелгән һыу сәтләүеге үҫә. Күлдең тирә-яғы ла бик матур, шуға бында ял итергә килеүселәр ҙә, балыҡсылар ҙа күп. Күлдең тирә-яғын таҙартыуҙа бында балыҡ тоторға килгән кешеләр ҙә ихлас ҡатнашҡан.

Әйтергә кәрәк, республиканың һаҡланған тәбиғәт биләмәләре Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең, хатта донъяның сикһеҙ ҡиммәтле тәбиғи мираҫы булып тора.

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Сығанаҡ: Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: