Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2021, 10:15

Һамарға осоусы самолет Өфөгә төшкән

 Белгестәр уны транспорттың иң хәүефһеҙ төрҙәренең береһе тиҙәр ҙә бит...

Һамарға осоусы самолет Өфөгә төшкән
Һамарға осоусы самолет Өфөгә төшкән

Белгестәр самолетты иң хәүефһеҙ транспорттарҙың береһе тиһә лә, ултырған һайын шомландыра барыбер. Етмәһә, юлда боҙолоп ҡуйһа...

Кисә, 25 августа, 60 пассажир тейәп Екатеринбург ҡалаһынан Һамарға осоп барған самолет боҙолған. Был хаҡта "КП-Өфө" яңылыҡтар порталы хәбәр итә.
Самолет Өфөләге зпастағы аэродромға төшөргә мәжбүр булған. Сәбәбе - борттағы техник төҙөкһөҙлөк.

Бәхеткә күрә, ул имен-аман ғына ергә ултырған, бөтә пассажирҙар ҙа, борт хеҙмәткәрҙәре лә зыян күрмәгән. Шул уҡ көндө кискеһен сәғәт 9.53-тә улар икенсе самолетҡа күсеп ултырып, тейешле ҡалаларына осҡан, тип хәбәр иткәндәр Өфө аэропортында.

Волга буйы транспорт прокуратураһы был хәл буйынса ентекле тикшереү алып барасаҡ, тип хәбәр итәләр ведомствола.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: