Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2021, 13:05

Ҡариҙелдә күп функциялы үҙәктәр төҙөлә

Тиҙҙән райондың Яугилде һәм Ҡараяр ауылдары халҡын заманса күп функциялы мәҙәниәт йорттары ҡыуандырасаҡ.

Ҡариҙелдә күп функциялы үҙәктәр төҙөлә
Ҡариҙелдә күп функциялы үҙәктәр төҙөлә

2020 йылдан Ҡариҙел районының Яугилде ауылында күп функциялы мәҙәниәт йорто төҙөлә башланы. Был мөмкинлек Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу арҡылы тыуҙы.

Төҙөлөш ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә бинаның ҡыйығы ябылған, алғы яғын көпләү тамамланып килә, инженер селтәрҙәре һалыу ҙа аҙағына яҡынлаша. Кәрәкле ҡорамалдарға, шул иҫәптән көнкүреш, музыка, спорт өсөн кәрәк-яраҡҡа, хореография станоктарына аукциондар ҙа тамам.

Үткән йылдан алып Ҡараяр ауылында ла ошондай күп функциялы объект төҙөлә. Бында ла күп эштәр башҡарылған инде. Оҙаҡламай биҙәү эштәре ахырына етергә тейеш. Ҡаҙанлыҡ бүлмәһе ҡуйылған, һыу үткәргес тә һалынған. Бинаның тирә-яғын йәмләндереү әүҙем бара.  

Мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы милли проект ярҙамы менән, шулай итеп, тиҙҙән ике ауыл халҡы матур, заманса мәҙәниәт йорттарына килеп, күңеленә ятҡан шөғөл таба аласаҡ.

 

Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте сайты.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: