Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2021, 18:00

Ейәнсуралағы янғын тураһында хәҡиҡәт

Бөтә халыҡтың бәләгә ҡаршы дәррәү көрәшеүе бик һәйбәт күренеш, әлбиттә. Тик тыныс йәшәүе һәм төндәрен ял итеүе яҡшыраҡ.

Ейәнсуралағы янғын тураһында хәҡиҡәт
Ейәнсуралағы янғын тураһында хәҡиҡәт

Ейәнсура районында инде нисәнсе аҙна тәбиғәт янғындары менән көрәш бара. Был турала райондың “Зианчуринские зори” хәбәрселәре тулы мәғлүмәт биреп тора. Беҙ уның ҡайһы бер өлөштәрен һеҙгә тәҡдим итергә булдыҡ.

Уҙған йомала Иҙелбәк ауыл советы биләмәһендә, Казанка ауылынан дүрт километр алыҫлыҡта башланған янғын тураһында хәбәр иткәйнек. Ул саҡта янғынды ҡамап ҡуйҙылар, әммә ул тулыһынса һүндерелмәне. Урында дежур урмансылар, ирекле янғын һүндереү командалары, ирекмәндәр эшләне. Әммә көслө ел арҡаһында бер нисә урында ут осҡондары һөрөлгән һыҙат аша үтә алды һәм яңы устаҡтар барлыҡҡа килде. Был юлы - Биштирәк һәм Ағурҙа ауылдары йүнәлешендә. Утты һүндереү өсөн 15 трактор, 8 янғын автоцистернаһы, 120-нән ашыу кеше йәлеп ителде.

Дүшәмбе көндө көслө ел янғын һүндереүселәргә ҙур ҡаршылыҡ булды. Ут 300 гектарҙан ашыу ерҙе ялмап алды. Ярҙамға Күмертауҙан 11 кешенән торған аэромобиль төркөмө һәм ике янғын автоцистернаһы килде. Урында Ейәнсура районының барлыҡ тиерлек янғын һүндереүселәре, урмансылары, район хакимиәте вәкилдәре, ирекле янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр эшләй. Ирекмәндәр араһында Фидан Түлебаев, Рәмил Низаметдинов айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәтә, район хакимиәте вәкилдәре лә ут менән көрәшкә дәррәү сыға. Яҡын-тирәләге ауылдар халҡы ла һис битараф ҡалмай.

Шул уҡ дүшәмбе көн кискә ҡарай янғын һүндереүҙә 140-тан ашыу кеше ҡатнашты. Уларға үҙ теләге менән ашарға бешереүселәр ҙә ҡушыла. Ҡатын-ҡыҙҙар ирекмәндәрҙе тәмле итеп ашатыр өсөн бар көсөн һала.  

Кискә ҡарай янғын майҙаны 500 гектарға етте. Ирекмәндәр, төркөмдәргә бүленеп, төрлө йүнәлештәр буйлап ут менән көрәште. Халыҡ үҙ ауылдарын һәм урмандарын уттан һаҡлар өсөн ситтә ҡалмай, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә сыға. Көрәктәр, махсус ранецтар менән утты “туҡмайҙар”. Күп кенә биләмәләрҙә янғынға ҡаршы ут төртөп тә ебәрәләр. Был махсус ысул да янғынды һүндереү өсөн кәрәк. Төнгө 2-гә генә хәл әҙерәк тотороҡлана. Тик барыбер халыҡ дежур итә. Район хакимиәте вәкилдәре рулдә һәм рациялар менән биләмәне ҡарап йөрөй, кәрәк саҡта ут менән дә көрәшә.

Иртәгәһенә, шишәмбе көн таңғы биштән янғынды ҡамау буйынса яңынан эш башланды. 15 трактор, аэромобиль төркөм, ирекмәндәр, ауыл халҡы эшләне. Һөҙөмтәлә янғын тулыһынса һүндерелде.  

Шаршамбы көн районда мәғариф буйынса конференция үтте. Янғын булған урындарҙа яуаплы кешеләр дежурҙа тороуын дауам итте. Барыһы ла тыныс кеүек ине, әммә кис еткәйне, ел күтәрелде һәм... йәнә янғын! Бикҡужа менән Ивановка тауҙары араһында сыҡҡан ул. Бик юғарыла бара ул янғын, йыраҡтан күренеп тора һәм, Иҫәнғолдан ҡарағанда, район үҙәгенә бигерәк яҡын кеүек тойола.

Социаль селтәрҙәрҙә ниндәй генә хәбәрҙәр йөрөмәй! Хатта янғын урамдарҙың береһенә килеп еткән, тип тә яҙалар. Редакция хеҙмәткәрҙәре лә, йыйылып, янғын барған урынға сыға. Фотоаппараттан тыш, улар көрәктәр менән дә ҡораллана.

Урында кешеләр йыйылған. Механизаторҙар трактор менән тиҙ-тиҙ генә янған урынды һөрә. Ирҙәр көрәктәр, ботаҡтар менән ҡоралланған, хатта ҡатын-ҡыҙ ҙа ялҡынды ергә ҡуша һуғыу менән мәшғүл. Был ут ялҡыны бейек һәм ел арҡаһында тиҙ тарала. Әммә кешеләр ҙә йылдам: көстәрҙе тигеҙләп бүләләр һәм бергәләп әүҙем эшкә тотоналар. Ут көслө булһа ла, кешеләр берҙәмлеге аша ул үтә алмай. Тиҙ арала уны һүндереүгә өлгәшәләр. Шулай ҙа дежурҙар билдәләнә, тағы бер тапҡыр һыҙат һөрөп сығалар.

Бөтә халыҡтың бәләгә ҡаршы дәррәү көрәшеүе бик һәйбәт күренеш, әлбиттә. Тик тыныс йәшәүе һәм төндәрен ял итеүе яҡшыраҡ. Шуға күрә беҙгә бөтәбеҙгә лә иғтибарлы булырға кәрәк. Урмандарға бармай торайыҡ, һүнмәгән тәмәке төпсөктәрен ташламайыҡ, ут яҡмайыҡ.

 

Виктория Ҡуянова.

 

Автор фотолары.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: