Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2021, 09:00

Ауыҙҙа ирерлек бәлеш

Шәмбе иртәһендә яҡындарығыҙҙы тәмле бәлеш менән ҡыуандырығыҙ әле. Алмаларҙың тәгәрәп уңған сағы бит! 

Ауыҙҙа ирерлек бәлеш
Ауыҙҙа ирерлек бәлеш

Шәмбе иртәһендә яҡындарығыҙҙы еңел генә әҙерләнгән алма бәлеше менән ҡыуандырығыҙ әле. Алмаларҙың тәгәрәп уңған сағы бит.

Эслек өсөн бер килограмм алма кәрәк. 
Ҡамыр өсөн:
Стакан ярым он, ярты стакан ҡаймаҡ, 150 грамм аҡ май, бер сәй ҡалағы сода алабыҙ.
Крем өсөн:
Бер стакан ҡаймаҡ, бер йомортҡа, 1-1.5 стакан шәкәр, ике аш ҡалағы он кәрәк.
Тәүҙә алманы таҙартып, нәҙек кенә итеп киҫәбеҙ ҙә, ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Шунан ҡамырға тотонабыҙ.
Аҡ майҙы иретеп һыуығас, башҡа ингредиенттар менән бутап сода һүндереп һалып ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Артабан крем эшләйбеҙ. Алманың һыуын һарҡытабыҙ. Форманы майлап ҡамырҙы йәйеп һалабыҙ. Тигеҙләп алманы һалып, өҫтөнә крем ҡоябыҙ. Духовканы 190 градусҡа тиклем йылытып 50 минут бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: cookpad.com

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: