Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2021, 22:00

Бөгөн ниндәй көн икәнен беләһегеҙме?

Галстук-күбәләк тағып, изге теләк теләр өсөн ҡунаҡҡа барһаң, яңылышмаҫһың.

Бөгөн ниндәй көн икәнен беләһегеҙме?
Бөгөн ниндәй көн икәнен беләһегеҙме?

Бөгөнгө көн, 28 август, үтеп тә бара, ә уның ниндәй көн икәнен беләһегеҙме?

Баҡтиһәң, бөгөн Халыҡ-ара ярғанаттар көнө булған икән. Шулай уҡ Халыҡ-ара нарцисс гөлө көнө лә билдәләнә бөгөн. Төрлө халыҡта төрлөсә билдәләйҙәр был көндө: Украинала Авиация, Дальнобойщиктар көнө тиҙәр; АҠШ-та 28 август Изге теләктәр көнө, Галстук-күбәләк, Ҡыҙыл шарап һәм Хыял көнө икән. Ә бына мексикандар бөгөн олатай-өләсәйҙәрҙе ҡотлай, был көн уларҙыҡы.

Финляндияла - Тәбиғәт көнө булһа, Литвала Тимер юлсылар көнө икән. Ниндәй көн итеп нарыҡлаһаҡ та, шатлыҡтарҙа үтһен һәр көнөбөҙ.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: