Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2021, 16:30

Вокзал урамына асфальт һалынған

 “Инцидент-менеджмент” системаһы, төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Вокзал урамына асфальт һалынған
Вокзал урамына асфальт һалынған

Социаль селтәрҙәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Мәләүездән Вәлиә Дауытованың мөрәжәғәтен теркәгән. Ҡала эсендәге юлдарҙың торошона борсолоуын белдергән ул.

“Элекке кеүек юл ситтәренә лә асфальт түшәһәгеҙсе, юғиһә арлы-бирле асфальт һалалар ҙа шуның менән эштәре бөтә. Ямғыр яуғанда йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлдар буйлап йөрөп тә булмай. 34-се маршрут йөрөгән Колхоз, Вокзал урамдарына асфальт түшәргә кәрәк”, – тип мөрәжәғәт итә ханым.

“Хәйерле көн. Вокзал урамы юлдарына асфальт түшәлде. Туҡталыштар эргәһендәге уйымдар ремонтланды. Контракт шарттары буйынса, эштәр 26 июлдә тамамланырға тейеш ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, подрядсы объектты тапшырыу ваҡытын һуҙа. Әлегә юл ситтәре нығытылмаған. Подрядсыға дәғүә хаты ебәрелгән. Эш барышы тураһында һеҙгә хәбәр итербеҙ”, – тип яуап бирә Мәләүез ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Хәсәнов.

3 августа мөрәжәғәт итеүсегә хакимиәт башлығынан йәнә бер хат килә. Унда Вокзал урамындағы юлдарҙың ремонтланып бөтөүе, юл ситтәренең нығытылыуы тураһында хәбәр ителә.

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

 

Фото: "Инцидент-менеджмент".

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: