Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2021, 12:00

Яҡташтары һәйкәл ҡуйҙы

Башҡортостан өсөн ҡәҙерле булған скульптор Сосланбәк Тавасиевты тыуған яғы Осетияла ла данлайҙар. 

Яҡташтары һәйкәл ҡуйҙы
Яҡташтары һәйкәл ҡуйҙы

Ошо көндәрҙә беҙҙең редакцияға Төньяҡ Осетиянан Тимур Карданов тигән кеше шылтыратты һәм Башҡортостан өсөн дә әһәмиәтле булған яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Төньяҡ Осетияның Дигора ҡалаһында, Дан аллеяһында Сосланбәк Тавасиевҡа бюст асылған икән.

Был сарала Тавасиевтың туғандары, мәҙәни интеллигенция, район йәмәғәтселеге ҡатнашҡан. Баҡырҙан ҡойолған бюстың авторы – Ростам Тавасиев.

Сосланбәк Тавасиевтың ижади эштәре осетин халҡына яҡшы билдәле. Тыуған яғында ул Осетияның нәфис әҙәбиәтенә нигеҙ һалған Коста Хетагуровтың, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, армия генералы Исса Плиевтың бюстары кеүек ҙур хеҙмәттәр башҡарған. Уны үҙенең республикаһынан ситтә лә яҡшы беләләр. Тик рәссамға иң ҙур дан килтергән эше беҙҙә - Башҡортостанда. Барыбыҙға ла яҡшы таныш булған, Башҡортостандың символына әүерелгән, дәүләт гербында ла урын алған милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле ул.

Был хеҙмәтен Сосланбәк Тавасиев бер нисә йыл буйы башҡарған. Авторға һәйкәлде ҡуйыу урынына бәйле бар идеяларын тормошҡа ашырыуы еңел булмаһа ла, ул быға өлгәшкән. Әлеге хеҙмәте өсөн Сосланбәк Тавасиев "Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы" исемен алған, аҙаҡ СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ булған.

Тимур Карданов белдереүенсә, Дигора ҡалаһындағы Дан аллеяһындағы бюсты асыу хоҡуғы Сосланбәк Тавасиевҡа туған тейеш кеше Эльбрус Тавасиев менән Осетияның халыҡ рәссамы Михаил Дзбоевҡа бирелгән.

Төньяҡ Осетия халҡы үҙенең рәссамы менән ғорурлана һәм бюст аша быны тағы бер тапҡыр дәлилләй.

 

Фото: Тимур Карданов. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: