Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2021, 13:30

Коронавирусҡа бәйле ҡатмарлыҡтар булмаҫҡа тейеш

"Роспотребнадзор" етәксеһе һайлауҙы хәүефһеҙ үткәреү өсөн күрелгән саралар тураһында һөйләне. 

Коронавирусҡа бәйле ҡатмарлыҡтар булмаҫҡа тейеш
Коронавирусҡа бәйле ҡатмарлыҡтар булмаҫҡа тейеш

Быйыл һайлау илдә дауам иткән коронавирус пандемияһы шарттарында үтә. Шуға күрә һайлау участкаларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – төп бурыс. Бөгөн “Һайлау – 2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак брифинг үткәрҙе һәм күрелгән хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләне.

“Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы санитар талаптарҙы үтәүгә бик ҙур иғтибар бүленә. Санитар инспекторҙар республиканың бөтә һайлау участкаларын тикшереп сыҡты. Был - көндәлек эшмәкәрлеккә өҫтәмә көсөргәнеш, тик граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – беҙҙең төп бурыс. Бөгөн беҙҙең белгестәр участкаларға сыҡты һәм талаптарҙың нисек үтәлеүен тикшерҙе. Айырыуса ҙур предприятиелар хеҙмәткәрҙәре киләсәк урындарға иғтибар бирелде”, – тине ул.

Анна Казак әйтеүенсә, һайлауға әҙерлек барышында "Роспотребнадзор" хеҙмәте уны үткәреү буйынса тәҡдимдәрен әҙерләгәйне.

“Был, тәү сиратта, битлек кейеү, социаль арауыҡты һаҡлау. Һәр кемгә айырым ручка һәм бюллетендәр бирелә. Мөмкинлек булған ерҙә участка һайлау комиссияһы ағзаларын һаҡлағыс экрандар менән тәьмин итеү. Шулай уҡ һәр участка елләтелеп торорға, даими рәүештә дезинфекция үткәрелергә тейеш. Беҙ быларҙың барыһын да үтәйбеҙ. Шулай булғас, проблема булмаҫ тип уйлайым”, – тине етәксе.

 Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: