

Тормош тигәнең кинофильмдарҙан да ҡыҙығыраҡ. Теге йәки был әкәмәтте махсус уйлап сығарырға бер сценаристың да башына етмәҫ ине. Ғәмәлдә ундай ваҡиғалар бар. Ошондай хәлдәрҙе тыуҙырған кешеләр, тәғәйен әйткәндә, ғәҙәти булмаған, йылмайтҡан, уйланырға мәжбүр иткән күренештәр хаҡында булыр был яҙмалар.
Өфөләге иң алсаҡ таксист
“Инстаграм”да үҙ блогы бар, көнөнә иллеләгән урынға бара, улар араһынан кемделер мотлаҡ бушлай ултырта – Өфөлә алсаҡ, үҙ эшенә мөкиббән таксисты тапҡандар. Уның исеме – Эдуард Әсәҙуллин.
Машинаға ултырғас та, дуҫтарса йылы мөхитте тояһың: уйынсыҡ айыу кәнфиттәр һалынған кәрзинде тотоп ултыра, креслола яҡшы эштәргә дәртләндергән яҙыу. Эдуард һәр пассажир менән яғымлы һөйләшә. Уның фекеренсә, күпселектең төп проблемаһы – “үҙ урыныңда булмау”.
– Һәр иртә һайын өйҙән эшем, бөгөн йөрөтәсәк кешеләр хаҡында уйҙар менән сығам. Йылмайып уянам һәм бөгөн мотлаҡ рәүештә бер пассажирҙы кәрәкле урынына бушлай алып барыу зарурлығын үҙ-үҙемә иҫләтеп ҡуям, – ти ул.
Үткән йыл Эдуард “Инстаграм” селтәрендә үҙ блогын булдыра. “Он сказал: “Поехали!” тип атала ул.
“Минең өсөн таксист – машина йөрөтөүсе генә түгел, ә һәр көн кәйефте күтәргән кеше лә”, – ти Эдуард.
Таксисты кешеләр, үҙенең пассажирҙары, илһамландыра, матур ҡылыҡтарға этәрә. Был тормош рәүеше Эдуардтың үҙен дә бәхетле итә. Эшендәге хеҙмәттәштәре менән дә йылы мөнәсәбәт булдырған ул.
“Ял көнөндә барыһын да фатирыма саҡырам, бер өҫтәл янына ултырып төшкө аш ашайбыҙ, эш барышы тураһында һөйләшәбеҙ. Коллективта үҙ-ара аралашыу яйға һалынған булһа, даими һөйләшеү барһа, унда хәл ителмәгән мәсьәләләр ҡалмай. Өфөлә таксистар ойошмаһы барлыҡҡа килһен ине, тип теләйем хатта”, – ти Эдуард.
Ул үҙенең күпме аҡса эшләгәне хаҡында һөйләргә яратмай. Маҡсаты ла аҡсала түгел, ә эш барышында. Алсаҡ, аралашыусан булыуына ҡарамаҫтан, таксист ,“барыһын да асып һалырға ярамай”, ти. Бар изге эштәрен дә ул иғтибар, маҡтау өсөн түгел, ә йөрәге ҡушыуы буйынса эшләй.
Изге күңелле йырсы
Изге эштәр менән шөғөлләнгән тағы ла бер кеше бар. Күптән Мәскәүҙә йәшәһә лә, сығышы менән Өфөнән ул, был хаҡта үҙе лә әленән-әле иҫләтеп тора. Бөгөн Рәсәй шоу-бизнесында иң сағыу, ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар тыуҙырған, иң сәйер ҡылыҡлы йырсы Моргенштерн хаҡында был һүҙҙәр.
Алишер (йырсының исеме) тирәһендә бәхәстәр тынмай – ысынын әйткәндә, күпселеккә ул оҡшап та етмәй. Йөҙөндә татуировкалар, телмәрендә – һүгенеү һүҙҙәре, клиптарында ла бәхәсле урындар бик күп, әммә һуңғы арала Моргенштернды маҡтаусылар ҙа табыла башланы.
Сәбәбе етди: Алишер башта Башҡортостандағы “Беҙҙең балалар” фондына 666 666 һум күләмендә аҡса күсерә. Был – ойошма тарихында шәхси иҫәптән килгән иң ҙур сумма.
Рэпер бының менән генә сикләнеп ҡалмай – Краснодар крайында йәшәгән өс йәшлек Илья Худоба исемле малайға ҡиммәтле дарыуҙар кәрәклеген белгәс, башта уға өс миллион һум күсерә, аҙаҡ аҡса йыйыу ойоштора. Йәнатарҙарының, малай яҙмышына битараф ҡалмаған кешеләрҙең ҡыҫҡа ваҡыт арауығында ҙур күләмдә аҡса йыйғанын белгәс, Моргенштерн видеояҙмала күҙ йәштәрен йәлләмәне, беренсе тапҡыр бындай хис-тойғо кисереүе хаҡында яҙҙы.
Ул әле булһа Ильяны иғтибар үҙәгенән ҡалдырмай: күптән түгел кәләше Дилара менән Краснодар крайына юллана, малай менән бергә уйнай, уға бүләктәр алып бирә.
Моргенштерндың был ҡылығы күптәрҙе хайран итә: ҡарап тороуға әҙәпһеҙ, хатта ки бәйһеҙ күренгән “йондоҙ”ҙоң шундай киң күңелле булыуы, изгелек ҡылырға ынтылыуы һоҡланыу тойғоһо тыуҙыра.
Был миҫалда, ысынлап та, тышҡы ҡиәфәтҡә, холоҡ-фиғелгә ҡарап ҡына кеше хаҡында фекер йөрөтөү дөрөҫ түгеллеген, кеше күңеленең ҡарурман булыуын, ә изгелек ҡылыр өсөн фәрештә кеүек күренергә кәрәк түгеллеген аңлайһың.
Велосипедта Өфөнән Ҡазанға юллана
Башҡорт егете Салауат Зәйнетдинов хыялын тормошҡа ашырыу ниәтенән быйыл йәй башында таңғы сәғәт 6-ла велосипед менән Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сыға.
Ғәҙәти булмаған сәфәренә арнаған беренсе видеояҙмаһының аҫтына ул: “Инстаграм”да “18 сәғәт эсендә 124 саҡрымдан ашыу юл үттем”, – тип яҙа, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларын урап ҡайта. Башҡортостандың район һәм ҡалаларын иңләүгә Салауат ете көнөн арнай.
“Республикабыҙ шундай ҙур! Күптәнге хыялдарым бойомға аша, һәм был – юлдың башы ғына! Бөгөн, иртәгә, аҙаҡ нимә булырын белмәйем, әммә иманым камил: мин йөрәк ҡушыуы буйынса йәшәйем һәм һеҙгә бар донъяны күрһәтәм!” – тип яҙа ул микроблогында, бер аҙналыҡ сәйәхәтенән илһамланып. Һәм... Өфөнән Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанға юллана.
“528 саҡрым мажара, яңы танышыуҙар, яңы урындар”, – ти Салауат һәм яңылышмай: велосипедсыны оҙон юлда һынауҙар урап үтмәй – тимер атының тәгәрмәсе тишелә.
“Бөткөһөҙ оҙон юл, унан фуралар ғына үтә. Берәй машинаны туҡтатып, яҡындағы шиномонтажға тиклем барып етәм, тигән уйым да бойомға ашманы. Велосипедымды тоттом да, уны күтәрә биреп, артабан атлап маташам, ҡасандыр уңыш йылмайғанын көтәм. Ярты сәғәт ошолай тир түккәндән һуң, алда заправка күҙгә салынды, янында тәгәрмәстәр ҙә төҫмөрләнә. Унда изге күңелле татар ағайҙарын осраттым. Улар тәгәрмәсемде йүнәткәнсе, сәйәхәтем хаҡында һөйләнем, ҡурайҙа уйнап ишеттерҙем. Ағайҙар шул хәтлем йомарт, минән хатта аҡса алырға теләмәне. Картамда ни бары 446 һум ҡалыуға ҡарамаҫтан, оло рәхмәт йөҙөнән 200 һум күсерҙем дә ары юлландым”, – ти егет.
Ун саҡрым юл үтеүгә, Салауат “Хей-хей!” тигән тауышты ишетеп әйләнеп ҡарай. Был үҙе һымаҡ велосипедсы-сәйәхәтсе икән. Исеме Максим, Пермдән Кама диңгеҙенә (Кама менән Волга йылғаларының тоташҡан урыны) юлланған. Егеттәр уртаҡ тел таба һәм был урынға бергә юл алалар. Салауат, һыу инеп, Лайыш ауылында төн үткәргәс, таңғы сәғәт 4-тә юлын дауам итә, ә иртәнге туғыҙҙа Ҡазанға барып инә.
“Властелин колец”, “Форрест Гамп”, “В диких условиях” – ошо фильмдар мине оҙон юлға дәртләндерҙе. Өфө – Миңзәлә – Яр Саллы – Лайыш – Ҡазан. Һөҙөмтәлә, велосипедта 600 саҡрым юл үтелде. Әллә күпме борсолоу, тишек тәгәрмәс, үрҙәргә артылыуҙар, бөткөһөҙ тәьҫораттар”, – ти Салауат һәм “Инстаграм”да үҙен күҙәтеп барған яҙылыусыларына оло рәхмәт тойғоларын еткерә: тап улар йылы һүҙҙәре менән егетте хыялынан, уйлаған ниәтенән кире дүнмәҫкә дәртләндергән, ҡанат ҡуйған икән.
Фатир таларға инеп, психологик ярҙам ала
Күптән түгел, был йәйҙә бөткөһөҙ мәғлүмәт ағымы араһынан берәүһе иғтибарҙы йәлеп итте – Өфөлә бер ир иртәнсәк тәҙрә аша фатирҙы таларға инә. Таларға тип, алкоголдән аңы томаланған бурға ни бары мең һум кәрәк була.
Был ваҡиға ғәҙәттәгесә тамамланыр ҙа ине, әлегә лә баяғы тормоштоң ҡыҙыҡ шаярыуы – фатир хужабикәһенең һөнәре психолог булып сыға.
Енәйәтсе аңғармаҫтан хужабикәне уятҡас, уға төрлөсә янай башлай, әммә күңеле йомшара һәм ҡатын менән ултырып һөйләшергә ҡарар итә.
Оҙаҡ йылдар психолог булып эшләгән ҡатын иргә психологик бушаныу сеансын үткәрә. Бур тормошо хаҡында һөйләй, хатта хужабикәнең бесәйенең һаулығы менән дә ҡыҙыҡһына.
Әңгәмә нисек кенә йылы бармаһын, шулай ҙа ҡараҡ аҡсаны ала, әммә уны кире ҡайтарырға вәғәҙә итеп сығып китә.
Ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан уғры табыла. Һөҙөмтәлә уның бер нисә кешене талағаны асыҡлана.
- Айгөл ЙӘМИЛЕВА.