Новости
28 Сентябрь 2021, 03:00

Кейем ағартыуҙың биш сере

Аҡ кейемдәге таптарҙы бөтөрөү, күлдәктең ең остарын, яғаһын, ҡултыҡ тирәһен таҙартыу еңел эш түгел. Күп осраҡта заманса кер йыуыу машинаһы ла уларҙы бөтөрә алмай. Шул саҡта ҡайһы бер ябай ғына алымдар һөҙөмтәлерәк булып сыға. 

Кейем ағартыуҙың биш сереКейем ағартыуҙың биш сере
Кейем ағартыуҙың биш сере

Аҡ кейемдәге таптарҙы бөтөрөү, күлдәктең ең остарын, яғаһын, ҡултыҡ тирәһен таҙартыу еңел эш түгел. Күп осраҡта заманса кер йыуыу машинаһы ла уларҙы бөтөрә алмай. Шул саҡта ҡайһы бер ябай ғына алымдар һөҙөмтәлерәк булып сыға.

Иҫке таптарҙан ҡотолоу

Ике литр һыуға бер лимондың һуты, 80 грамм кер порошогы, бер аш ҡалағы аш тоҙо һалып болғайбыҙ. Бер нисә тамсы нишатыр спирты ла өҫтәргә мөмкин, ул һөҙөмтәне яҡшыртасаҡ ҡына. Таплы кейемде бер сәғәткә ошо ҡатнашмаға һалып ҡуябыҙ һәм йыуып, сайып алабыҙ.

Күлдәк яғаһын таҙартыу

Бысранған урынға тоҙ һибәбеҙ. Лимонды уртаға бүлеп, шуның менән яға-манжеттың бысранған ерен яҡшылап ышҡыйбыҙ. 15 минуттан һуң йылы менән менән йыуабыҙ.  

Һарғайған әйберҙе ағартыу

Бер литр һыуға ике лимондың һутын һығып ҡушырға. Һарғайған әйберҙе ошо ҡатнашмала 40 минут самаһы тотабыҙ һәм яҡшы итеп йыуабыҙ.

Эске кейемде ағартыу

Ике литр һыуға 50 мл “Фейри” һәм ике аш ҡалағы водород перекисы өҫтәп, яҡшылап болғайбыҙ һәм ошо ҡатнашмаға кейемде һалып, ярты сәғәт самаһы тотабыҙ.

Ҡайнатыу ярҙамында ағартыу

Аҡ әйберҙәрҙе ҡайнатып ағартыу – борондан билдәле алым. Бының өсөн әйбер ҡайнаған һыуға түбәндәгеләрҙең береһен – аш содаһы, ағартыусы порошок, ваҡланған кер һабыны, 3 процентлы водород перекисы, аш тоҙо өҫтәргә мөмкин. Әммә ҡайнатыу алымының бөтә төр туҡымаларға ла бармауын оноторға ярамай.

Фото: time.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас