

Өфөнөң Минһажев урамында урынлашҡан 126-сы мәктәптә бөгөн иртән уҡыу ҡәҙимгесә генә башланып киткәйне лә, тик күп тә үтмәй, сәғәт 10-дар тирәһендә төтөн һәм көйөк еҫе һиҙелә башлай.
Кисекмәҫтән Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына хәбәр итәләр. Ҡотҡарыусылар килеп еткәндә, мәктәптең спорт залының кейенеү-сисенеү бүлмәһендә янғын башланған була.
354 кешене эвакуациялайҙар, уларҙың 324-е балалар. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ, барыһы ла иҫән.
Янғынға 34 кеше һәм 12 берәмек техника йәлеп ителгән. Ут 20 минут эсендә һүндерелгән. Әле ведомство тәфтишселәре янғындың сәбәптәрен асыҡлай, тип хәбәр итә «Башинформ».
Фото Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.