Новости
26 Ноябрь 2021, 09:30

Ер-Әсәбеҙ ни әйтер?

kzngo.rukzngo.ru
Фото:kzngo.ru

Тыңлаһағыҙ, хикмәттәргә күсмәксемен,

Әсә хаҡы ныҡ ҡиммәт, тип әйтмәксемен...

Быуаттар төпкөлөнән хәҙерге заманғаса телдән-телгә күсеп йөрөгән “Саҡ менән Суҡ” бәйете – ата-бабаларыбыҙҙың беҙгә аманаты, оло мәғәнәгә эйә рухи мираҫы ул. Тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан бәйет, мөнәжәттәр әлеге ваҡытта ла һәммәбеҙгә бик яҡын һәм ҙур тәьҫир көсөнә эйә.

 “Саҡ менән Суҡ” бәйете әсә ҡар­ғышының күктәрҙе тетрәтер көсө тураһында ғына түгел, унда бик тәрән фәлсәфә ята. Тимер уҡ өсөн ыҙғышҡан игеҙәк улдарын тыя алмағас, әсә: “Ғүмер буйы бер-берегеҙҙе күрә алмай йөрөгөҙ”, – тип ҡарғай. Балалары мифик ҡошҡа әүерелә һәм йөрәк өҙгөс тауыштар менән бер-береһен эҙләй башлай.

Ишек алдында егелгән пар ат,

Әсәй ҡарғағас, яралды ҡанат...

Ҡояш сыҡҡанда нур төшә күҙгә,

Ҡиәмәт көнгәсә ҡауышыу юҡ беҙгә.

Ябай ғына бер тимер уҡ өсөн әсәнең асыуы балаларын нисек бәхетһеҙ иткән! Әсә – ул Ер-әсә, ә донъя халҡы – уның балалары... Ошо параллелдәрҙе үткәреп, әлеге заманда илдәрҙең ҡоралланыуҙа ярышыуын, ярышыу ғына түгел, ысынбарлыҡта ҡулланыуын күреп, Ер-әсә рәнйешенән ҡурҡырға кәрәктер. Минең, оло йәштәге кешенең, әйтергә теләгәне зыялыларҙы, ғәмле­ләрҙе уйландырһын ине...

Рәйлә ҠОЛМЫРҘИНА.

Ишембай ҡалаһы.

Читайте нас