

9 – 11 декабрҙә Дағстан Республикаһының баш ҡалаһы Махачкалала “Яңы һанлы ысынбарлыҡ шарттарында төбәк баҫмалары: үҫеш векторҙары” тигән форум үтте. Уны ошо республиканың Мәғлүмәт һәм матбуғат министрлығы ойошторҙо.
Форум барышында Дағстандың етәксеһе Сергей Меликовтың матбуғат конференцияһы ла булды. Ул мәғлүмәт саралары форумын һәм Китап фестивален асыуҙа ла ҡатнашты. Йыйын ҡунаҡтары һәм спикерҙары араһында Рәсәйҙең алдынғы мәғлүмәт агентлыҡтары – ИТАР-ТАСС, “Интерфакс”, федераль баҫма – “Российская газета” етәкселеге, илдең Яҙыусылар, Журналистар союзы вәкилдәре, төрлө төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусылар, төбәк баҫмалары, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтары телдәрендә сыҡҡандарҙың, мөхәррирҙәре бар ине.
Форум менән бер рәттән Рәсәйҙең Беренсе милли китабы фестивале һәм “Тарки-Тау” китап йәрминкәһе ойошторолдо. 10 декабрҙә “Заман әҙәбиәте көнө”нә ярашлы “Яңы балалар әҙәбиәте” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” уҙҙы. Бында Дағстан халыҡтары телдәрендә сыҡҡан балалар һәм әҙәби журналдар мөхәррирҙәре, башҡорт телендә баҫылған “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ҡатнашты. Һөйләшеү заман балалар әҙәбиәте проблемаларына, уларҙы хәл итеү юлдарын барлауға арналды. Һөйләшеү барышында балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтенә электрон форматта сығыуҙа мөһим икәне билдәләнде.
Өфөлә үткән “21-се быуат яҙыусыһы” форумынан һуң баҫып сығарылған “Тере шишмә” китабы әлеге сараның сағыу ваҡиғаһына әйләнде. Ул башҡорт, ҡумыҡ, рус һәм инглиз телдәрендә нәшер ителгән, мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларға тәғәйенләнә. “Китап” нәшриәте сығарған был баҫманың авторҙары – билдәле шағирәләр Супиянат Мамаева менән Лариса Абдуллина.
“Ике телдә сыҡҡан китаптарҙы күргәнем бар. Ә бер юлы дүрт телдә баҫтырылған китап – ул күренеш, әлбиттә. Етмәһә, балаларға тәғәйенләнгән. Авторҙарға афарин!” – ти Мария Подрядина, Мәскәүҙән килгән әҙәби тәнҡитсе, балалар әҙәбиәте өлкәһе эксперты.
“Совет тәржемә мәктәбе традицияларын дауам итеп, коллегаларыбыҙ балалар өсөн эстетик һәм практик мәғәнәгә эйә булған, уларҙың танып-белеү һәләтен үҫтергән күркәм китапты төҙөгән һәм баҫтырып сығарған. Әйҙәгеҙ ошо матур тәжрибәне беҙ ҙә ҡабул итеп алайыҡ”, – тигән фекерен еткерҙе Мурад Ахмедов, “Әҙәби Дағстан” һәм “Соколенок” әҙәби журналдары редакцияһының баш мөхәррире.
“Тере шишмә” китабы – Рәсәй китап донъяһында бер күренеш. Дүрт телгә тәржемәләп, баҫтырып сығарыр өсөн үҙ эшеңдең ысын оҫтаһы һәм халҡыңдың патриоты булырға кәрәк!”, – тип иҫәпләй Марат Гаджиев, “Дағстан” журналының баш мөхәррире, фестивалдең директоры.
Сығанаҡ: “Башинформ”агентлығы.